

Әсәкәйем изге күңелле, шәфҡәтле, йор һүҙле, кешелекле, ярҙамсыл, аҡыллы, зирәк, көслө рухлы кеше булды. Туғандары, яҡындары өсөн йән атып торҙо. Матурлыҡҡа ғашиҡ булған, тормошто шул тиклем һөйгән әсәкәйем беҙҙең араларҙан бик иртә китеп барҙы. Әсәйемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Яҡын кешемдең ихлас йылмайыуы, аҡыллы кәңәштәре, иҫ киткес тәмле аштары, балам тип өҙөлөп тороуҙары миңә әле һаман булһа ла етмәй.
Әсәкәйем ниндәй генә ауырлыҡтар, һынауҙар кисерһә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, ауырлыҡтарҙы тешен ҡыҫып үткәрә белде.
Ғәзиз кешемде белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алһаҡ ине. Әсәкәйемдең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә булһын. Күпме генә йылдар үтһә лә, ул мәңге минең йөрәгемдең түрендә һаҡланасаҡ.
Бик ашығып киттең арабыҙҙан,
Юғалтыуҙар ауыр һәр саҡта,
Күңелдәрең һинең изге ине,
Урындарың булһын ожмахта.
Мәрхүмәнең ҡыҙы Земфира.