Хәтер
29 Ноябрь 2022, 07:10

Изге күңелле, кешелекле ине

Ошо көндәрҙә ғәзиз әсәйебеҙ, ҡәҙерле өләсәйебеҙ Асия Әбдрәхим ҡыҙы УРМАНЦЕВА, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Изге күңелле, кешелекле инеИзге күңелле, кешелекле ине
Изге күңелле, кешелекле ине

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә, коллегаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Яҡыныбыҙ бигерәк изге күңелле, кешелекле ине. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булды, һәр кешегә ярҙам итергә ашығып йәшәне. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, барыбыҙға ла йәшәргә дәрт өҫтәп торҙо, һәр саҡ терәк-таяныс булды. Ҡәҙерлебеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас