Хәтер
29 Ноября 2022, 06:54

Скульптура – ул рух һаҡсыһы

Шулай тигәйне Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов.

Скульптура – ул рух һаҡсыһыСкульптура – ул рух һаҡсыһы
Скульптура – ул рух һаҡсыһы
Күк күкрәп, шау килеп,
Ерҙә дауыл ҡуптарып,
Тау-таш,ҡая аҡтарып,
Бөтә йәнгә шом һалып,
Йондоҙ һымаҡ атылып,
Аҡбуҙ толпар атлығып,
Күктән килеп төшкән, ти,
Һомай һылыу алдына
Килеп башын эйгән, ти.
Оҫтаханаға килеп инеү менән беҙҙе шундай ҡанатлы ат ҡаршы алды.
Һыртына эйәр һалынған,
Эйәренең башына
Алмас ҡылыс тағылған.
Был мөһабәт һынды күреү менән мәшһүр “Урал батыр” эпосыбыҙҙың ошондай юлдары иҫкә төшә.
Артабан төпкө бүлмәгә үтәбеҙ. Унда беҙҙе ғәжәйеп сәнғәт донъяһы ҡаршы ала. Әллә нисә кәштәгә теҙеп ҡуйылған иҫ киткес матур эштәр ниңә беҙҙең баш ҡалабыҙ урамдарын биҙәмәй икән, тигән уй килде шунда уҡ башҡа. Ниндәй генә эштәр юҡ бында! Уларҙың ошонда ғына бүлмәлә һаҡланыуы гонаһ та,хатта рухи енәйәт тә кеүек.
Стенала – үлән ҡурай, ағас ҡурай, тыуған яҡтарында үҫкән үләндәр, башҡорт милли биҙәктәре менән сигелгән таҫтамалдар,600-ҙән ашыу топонимика исемдәре менән бирелгән Таймаҫ ауылы картаһы һәм үҙенсәлекле итеп төҙөлгән шәжәрәһе – скульптор уларҙы үҙе эшләгән. Бер яҡ стенаны тотош тултырып иң боронғо осорҙан башлап беҙҙең көндәргә тиклемге донъя, Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге скульптура өлгөләренең һүрәттәре ҡуйылған. Ошондай илаһи эштәргә ҡарап нисек һоҡланмайһың да, нисек үҙеңдә мөғжизәле һындар тыуҙырмайһың.
– Өлфәт, нимә ул һинең өсөн скульптура?
– Барыһы ла: “Тарих та, сәнғәт тә, үткән дә, бөгөн дә, киләсәк тә. Иң боронғо мәғлүмәттәр беҙгә ташта һынландырылып, ташты соҡоп яҙыу арҡаһында килеп еткән. Мәмерйәгә сыйылһынмы, ҡаяға уйылһынмы – халыҡ үҙ тарихын, сәнғәтен киләсәк быуынға шулай ҡалдырған. Скульптура – етди жанр, унда мәңгелек төшөнсәләр һынландырылырға тейеш. Скульптура – ул беҙҙең рух һаҡсыһы.
– Бөгөнгө көндә нисә эшең бар?
– Уларҙы тотош һанағаным юҡ. 2007 йылда төҙөгән альбомымда исемлеккә бөтәһе 75-ләп атама индерелгәйне, унан һуң 40-лаған эшижад иткәнмендер. Ә тормошҡа ашмаған әҙер проекттарҙы иҫәпкә лә алмайым.
– Шундай һоҡланғыс эшең – “Зөһрә ҡыҙ” композицияһы тәүге ҙур әҫәрең булдымы? Уны ижад итеү идеяһы нисек тыуҙы?
– Мин Байконурҙа, сержант мәктәбендә хеҙмәт иттем. Унда һалдаттарға альбом эшләргә, фотолар төшөрөргә рөхсәт ителмәне. Берәүгә ата-әсәһе посылка менән фотоаппарат ебәргәйне, тикшереп ҡараусылар шунда уҡ бәреп ватты. Мин өйгә: “Әгәр посылка ебәрергә уйлаһағыҙ, ҡаҡ, ҡорот һәм башҡортса китаптар ебәрегеҙ”, – тип яҙҙым. Ризыҡтарҙы төрөп ебәргән гәзиттәр араһынан бер бейеүсе ҡыҙ һүрәте килеп сыҡты. Ул данлыҡлы артистка Рәшиҙә Туйсина ине. Һүрәтте киҫеп алдым да шиғыр яҙҙым. “Бер һүрәт бар миндә, һылыу башҡорт ҡыҙы...” тип башлана ул. Аҫтына 10–11 ғинуар 1971 йыл тип яҙылған. Күрәһегеҙ: теүәл 45 йыл үткән икән дә.
Альбом эшләргә ярамағас, дәфтәргә һүрәттәр төшөрөп, йырҙар, шиғырҙар яҙа инек. Тыуған яҡтан килгән һүрәткә ҡарап илһамланып еләнле ҡыҙ төшөрҙөм. Урыҫтар күреп ҡалды ла: “Миңә лә шул ҡаҙаҡ ҡыҙын төшөр әле”, – тип дәфтәрҙәрен һона башланы. “Ул ҡаҙаҡ түгел, ә башҡорт ҡыҙы”, – тим. “Кем булһа ла бигерәк матур”, – тинеләр. Барыһына ла эшләп өлгөрә алмағас, үҙҙәре калька яһап ала башланылар. Шулай итеп таралып китте был һүрәт. Армиянан ҡайтырға ике-өс ай ҡалғас ҡына минең һүрәт төшөрөүгә һәләт барлығын белделәр.
– Бәләкәй саҡтан да, йәш ваҡытыңда ла баҫалҡы булғанһың икән. Мәктәптә уҡығанда ла һине рәссам итеп хәтерләй алмайым һис тә...
– Шулайыраҡ кешемен инде. “Арағыҙҙа рәссамдар бармы?” – тип һорағас та әллә күпме һалдат бер аҙым алға сығып баҫып, үҙҙәрен күрһәтергә тырышты. Ә аҙаҡ уларҙың эштәре минекенән күпкә ҡайтыш икәнлеге беленде. Ләкин бер ваҡытта ла үҙемде күрһәтергә ынтылманым.
– Әммә рәссам булырға теләгең Өфө сәнғәт училищеһына килтергән.
– Эйе, армиянан ҡайтҡас, унда инеп ҡараным. Ләкин тәүге йылы үтә алманым, сөнки һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡып, әҙерлекле килгәндәр күп булды. Бер йыл эшләп алған арала ныҡлап әҙерләндем, күп һүрәттәр эшләнем. Икенсе йылы имтиханға ирекле тема бирҙеләр. Мин әлеге башҡорт ҡыҙын ҙур итеп эшләргә тотондом. Танылған рәссам Ләбиб Моғаттаров ағай яныма килеп туҡтап ҡарай ҙа үтә, бер аҙҙан тағы килде лә:
“Был – Башҡортостанды һынландырған символмы?” – тип һораны. Шунан: “Һиндә монументаллеккә ынтылыш бар. Ул һәр кешелә лә булмай”, – тине. Бөтә эштәремде ҡарағас, мине II курсҡа алдылар. Гәзиттәге тәү ҡарауға ябай ғына һүрәт һәр ваҡыт тормошомда оҙатып килә.
– “Зөһрә ҡыҙ”ҙың идеяһы, тимәк, һалдат сағыңда уҡ, тыуған булып сыға инде...
– Училищены бөткәс, И. Мечников исемендәге институтҡа эшкә килдем. Ул саҡта директор булып Риза Шәйехйән улы Мағазов эшләй ине. Бер көндө ул мине саҡырып алды ла: “Институт биләмәһендә хеҙмәткәрҙәр өсөн ял биләмәһе эшләргә кәрәк, фонтаны ла булһын ине”, – тине. Бер тиҫтәгә яҡын вариант эшләнем. Төрлөләре бар: ҡатмарлы ла, ябайҙары ла. Һәр береһенә милли колорит һалдым. “Зөһрә ҡыҙ”ҙы бер яҡ ситкә генә ҡуйғайным. Бөтә эштәрҙе лә ҡарап сыҡҡас, күҙе әлеге һынға төштө. “Ошо миңә оҡшай, эшләй алаһыңмы?” – тине. Тап шул ваҡытта күренекле ғалим геолог яҡташым Диҡҡәт Бураҡаевтың ҡәберенә мәрмәрҙән барельеф эшләргә тура килде. Урал аръяғынан барып таштар алдыҡ. Пионерҙар һыу буйындағы йәшмәләрҙе күнәкләп йыйып килтерҙе. Шуларҙан фонтан аҫтына мозаика эшләнек. Матурлыҡты аңлай белгән Рәйес исемле аппаратсы егет ярҙам итте. Геологтарға рәхмәт. Риза ағайға рәхмәт.
– Шундай матур, милли, илаһи ижад емешенең И. Мечников исемендәге институт биләмәһендә генә тороуы, баш ҡала халҡына билдәле булмауы йәнде әсендерә. Ул бит Өфөнөң иң күркәм урындарының береһен биҙәргә лайыҡлы!
– Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитендә журналист Фәүзиә Латипова апай ҙа, һин дә, Әмир Абдразаҡов ағай “Вечерняя Уфа” гәзитенә яҙып сыҡтығыҙ. Өфөнөң бер юбилейында мине ҡала советына саҡырып алып, был мәсьәлә буйынса һөйләшеү ҙә булды. Архитекторҙар урын да эҙләп ҡараны. Финанс таба алманылар. Скульптуралар республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында – Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала ла торорға тейеш. Улар бит халыҡта рух тәрбиәләй. Беҙ йоҡлайбыҙ, ә скульптуралар тора. Уларҙың тәрбиәүи роле ифрат ҙур.
– Баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектындағы яланғас ҡурайсы малай скульптураһына фекерең нисек?
– Башҡорт халҡының менталитетын белмәгән кеше эшләгәне күренеп тора. Моң ағылып торорға тейеш бит унан. Эффект юҡ. Скульптуралар классик формала ғына түгел, ә боронғо грек стилендә лә эшләнергә тейеш тигәнде күрһәтергә маташҡандар инде. Икенсе милләт кешеһе эшләгәс, ул ошо ерлектәге халыҡтың вәкилен сағылдырырға тейеш. Сосланбәк Тавасиевты ғына алайыҡ. Ул да икенсе халыҡ вәкиле. Әммә беҙҙең тарихты өйрәнгән, етешһеҙлектәрен төҙәткән, кәңәш-тәҡдимдәргә иғтибар иткән. Һөҙөмтәлә, бөйөк ижад әҫәре тыуҙырған. Салауат һәйкәлендә башҡортто һынландырып,бөтә бәләкәй халыҡтарҙың азатлыҡҡа ынтылышын сағылдыра.
– Һәйкәлдәр – тереләр өсөн. Һинең тыуған ауылың Таймаҫта йотлоҡ йылда аслыҡтан үлгән йөҙҙәрсә яҡташтарың рухына арналған һәйкәлташ зыяратҡа ҡуйылған. Был идея ҡайҙан килде?
– Атай-әсәйҙең һөйләүенән ишетеп белә инем: аслыҡ йылдарында ауылдың яртыһынан күбеһе – 500-ҙән ашыу кеше үлгән. Аҙаҡ архивтан асыҡлап белдем: 509 кеше булған.
Әсәйҙең ҡәберенә таш эҙләп йөрөгәндә бер оҫтаханаға барып юлыҡтым. Ғәжәп матур миңле ташты күреп ҡалдым да ҡарап торам: “Нимә, оҡшаймы?” тиҙәр егеттәр. “Атайым – Миңләхмәт, әсәйем – Миңлебикә, был таш та миңле”, – тип уйлап торам. “Күпме тора?” – тим. Былар әлеге таштың үҙхаҡына ҡарағанда түбәнерәк һанды әйткәс: “Ниңә арзан?” – тип һораным. “Брак бит, таптары бар”, – тинеләр. Мин ауылыбыҙҙағы аслыҡ йылындағы хәлде һөйләп биргәс: “Ал, әйҙә!” – тинеләр. Шулай итеп, әлеге серпантинилинт тигән таш мине көтөп ятҡан кеүек булды. Алып ҡайтып, бер яғына: “Был ҡәберстанда 1921–1922 йылдарҙа 509 кеше аслыҡтан вафат булған”, – тип яҙып ҡуйҙым. Ә икенсе яғына биш урында туғандар ҡәберлегендә күмелгән урындарын күрһәтеп, схемаһын эшләнем.
– Ә ул ҡәберлектәрҙең ҡайҙа икәнлеген һин нисек белдең?
– Атайым йөрөтөп күрһәтеп сыҡты. Ҡайҙа – 86, ҡайҙа – 100-әр кеше күмелгән бер ҡәбергә.Хәҙер урындарҙы белеүсе юҡ. Шуға һәр ҡәберлектең уртаһына тутыҡмай торған тимерҙән ҡолға ҡаҙап ҡуйҙым да осона ай беркеттем.
– Бик сауаплы эш башҡарғанһың. Уны һиңә бер кем дә ҡушмаған бит...
– Ул – күңел талабы, ата-бабалар, әрүәхтәр рухына баш эйеү. Беҙ ул йылдарҙы, ҡорбандарҙы, тарихты оноторға тейеш түгел.
– Һин атайың менән әсәйеңә лә бик үҙенсәлекле ҡәбер таштары ҡуйғанһың...
– Атайҙың ҡәбере ташын кәшәнә формаһында эшләнем. Шунда шәжәрәһен яҙып ҡуйҙым. Әсәйҙекенә аҡ мәрмәр һайланым. Таш осона дүрт ҡош һынын ҡуйҙым. Борон башҡортта кешенең йәне, рухы ҡош булып оса тигән ышаныу йәшәгән. Күп ҡәбер таштарының өҫтөндә ҡоштар ҡунып, һыу эсһен өсөн уйып соҡор яһалған. Мин дә әлеге үҙем яһаған ҡоштарға һыу һауыты эшләп ҡуйҙым.
– Беҙҙең Көйөргәҙе районы – республикала үҙенең бер шәхесенә ике һәйкәл ҡуйған берҙән-бер төбәктер. Кинйә ауылында батырҙың музейы алдында Кинйә Арыҫланов бюсынан тыш, район үҙәге Ермолаевола хакимиәт бинаһы алдында ла уныңһыны тора. Һин батырҙы яугир полководец һәм халҡыбыҙҙың аҡһаҡалы сифатында һынландырғанһың. Тарихтан билдәле булыуынса, Кинйәнең портреты һаҡланмаған. Һин ниндәй сығанаҡтарға нигеҙләнеп уның образын тыуҙырҙың?
– Ҡыпсаҡтарҙың генотиптарын, Кинйә ауылындағы типаждарҙы күҙ алдыма килтерҙем. Бигерәк тә Альберт Юлдыбаевтың мөһабәт һыны илһамландырҙы, уға ҡарап эшләргә тура килде.
Дөрөҫ әйтәһең, беҙҙең яҡта тарихи шәхестәргә, геройҙарға, танылған әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәренә иғтибар ҙур. Бында, әлбиттә, иң беренсе сиратта район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмәтовтың һәр башланғысты хуплап алыуы, улай ғына түгел, үҙе инициатива күрһәтеүе бик мөһим. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостандағы тәүге Советтар Союзы Геройы Ғәфиәт Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан район хакимиәте бинаһы алдына, Кинйә Арыҫланов эргәһенә, батырҙың бюсы ҡуйылды. Киләсәктә бында тотош аллея буласаҡ. Дан ордендарының тулы кавалеры, ауылдашыбыҙ Хөрмәт Хөсәйеновҡа ла бюст ҡуйыу ҡаралған. Яманһары ауылында Сәғит Әлибаевҡа, Яҡшембәттә нигеҙ һалған Ҡараҡужа Мишәүлегә таҡтаташтар эшләнде. Быларҙың барыһы ла етәксенең алдынғы ҡарашлы һәм милли рухлы кеше булыуына бәйләнгән. Ветерандар советы рәйесе Алексей Павлович Тарасовтың да тырышлығын әйтеп киткем килә.
– Шәхестәрҙе һынландырып, һин үҙең дә рухи яҡтан байыйһыңдыр?
– Сәнғәттең һәр төрө ижадсыны байыта.
– Тарихты өйрәнеп, иҫ киткес бай мәғлүмәткә эйәһең...
– Шәхестең яҙмышын, шул осорҙоң тарихын белмәй тороп, скульптура эшенә тотонорға ла ярамай. Мәҫәлән, “Төньяҡ амурҙары”н һынландырғанда мин беренсе башҡорт атын эшләнем. Яугирҙарҙың ҡоралдарын, өҫ кейемдәрен, аяҡ кейемдәрен, походҡа алған шул замандағы көнкүреш әйберҙәрен белмәй тороп, нисек ижад итмәк кәрәк. Бында тарихсы ғына түгел, ә этнограф та булыу мөһим.
– “Төньяҡ амурҙары” хаҡында тәүгә ишетеүем. Ғөмүмән, һинең оҫтаханаңдағы эштәрҙе күреп һоҡландым да, аптырашта ла ҡалдым. Халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре Әхмәтзәки Вәлидигә, Аҡмуллаға, Зәйнәб Биишеваға арналған әллә күпме скульптура һындарың бар. “Зөһрә ҡыҙ”ға оҡшаған бик күп шиғри композициялар ниңә һинең оҫтаханаңда ята? Улар бит Өфөбөҙҙөң иң төп урындарын биләргә тейеш түгелме ни?
– Аҡмулланың 14 вариантын эшләгәнмен. Зәйнәб Биишева апайҙың 5–6 һынын ҡойғанмын. Әхмәтзәки Вәлидиҙең дә үҙем күҙ алдына килтергән композицияһын эшләгәнгә хәҙер 25йыл ваҡыт үтте. Әгәр ҡайҙалыр ҡуйырға тигән мәсьәлә килеп тыуа икән, ижадымды тәҡдим итергә әҙермен. Тик ундай һүҙ сыҡҡаны юҡ бит. Шуға ошо оҫтаханамда минеңрух һаҡсыларым булып тора. Алдар батырға монументаль һәйкәл эшләнем. Тик баймаҡтар уны үҙҙәрендә ҡуйыу мәсьәләһен һаман хәл итә алмайҙар.
– Башҡортостанда һәм Өфөлә ниндәй һәйкәлдәр булырға тейеш, тип уйлайһың.
– Әлбиттә, иң беренсе – Әхмәтзәки Вәлидигә, шунан – Шәйехзада Бабичҡа, Мөхәмәтша Буранғоловҡа. Ҡатын-ҡыҙ шәхестәренән Зәйнәб Биишеваға һәм Һәҙиә Дәүләтшинаға... Был исемлекте тағы ла дауам итергә мөмкин.
– Һуңғы ваҡытта Өфөлә лә, райондарҙа ла төрлө әкиәт, йәнһүрәт геройҙарына бәләкәй-бәләкәй композициялар, “Урам һепереүсе”, ҡала символы, “Мөхәббәт ташы”, “Бәхет ағасы” кеүек һындар күбәйҙе. Уларға ниндәй мөнәсәбәттәһең?
– Әгәр әкиәт, йәнһүрәт геройҙары икән улар балалар парктарында торһа, урынлылыр ул, тик беҙҙә төрлө ерҙәргә ҡуйылған. Шуға көлкөлө кеүек, аптырап та, йылмайып та ҡарайһың. Икенсенән, уларҙа ла милли рух булырға тейеш. Башҡорт халыҡ әкиәттәренән, фольклорҙан алынған геройҙар булһа, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләргә ярҙам итер ине. Һәр скульптураның тәрбиәүи әһәмиәте булырға тейеш.
– Ҡайһы эшең үҙеңә айырыуса яҡын?
– Бөтәһе лә. Уларҙы халыҡ иғтибарына ҡуйыр өсөн финанс мәсьәләһе генә тотҡарламай.
– Өфөләге ҡайһы һәйкәл күңелеңә яҡын?
– Салауат Юлаев һәйкәле. Баш ҡалабыҙҙы ошо мөһабәт һәйкәлһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын хәҙер. Гербыбыҙ ҙа унһыҙ меҫкен генә булыр ине кеүек...
– Ниңә беҙҙең башҡорттар араһында скульпторҙар аҙ?
– Сәнғәт училищеһын тамамлағас, бер иптәшем менән Мәҙәниәт министрлығына барып, Мәскәүгә, Ленинградҡа, Латвияға скульпторлыҡҡа уҡырға ебәрергә йүнәлтмә һорап барҙыҡ. Уларҙа электән килгән көслө мәктәп бар. “Үҙебеҙҙә уҡығыҙ, ундай мөмкинлегебеҙ юҡ”, – тип ебәрмәнеләр. Скульптураға әҙерлекле кешеләр кәрәк. Һынлы сәнғәт, графика менән генә шөғөлләнгән кешеләр унда эшләй алмай. Ә беҙҙең Өфө дәүләт сәнғәт академияһында бер йылды – дүрт, икенсе йылды өс кеше алалар, өсөнсө йылына бер кемде лә ҡабул итмәйҙәр. Унан һуң уҡыу йортон тамамлаусыларҙың да кемдәрелер күргәҙмәләр өсөн генә ижад итә, икенселәренең ихтыяж юҡлыҡтан эштәре күберәк оҫтаханаларында ята. Тормошҡа ашырылмаған, ҡулланыу табылмаған, файҙаланылмаған, кәрәкһеҙлек ижад кешеһенең күңелен төшөрә. Финанс юҡ, заказдар юҡ. Ғаиләне аҫрар кәрәк. Шуға күптәр икенсе өлкәлә эш табырға мәжбүр.
– Тормошҡа ашырырға теләгән ниндәй ҙур хыялдарың бар?
– Әйтмәйем, сөнки хәҙер генә эләктереп алырға тороусылар бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, ундай осраҡтар күп булды. Үҙҙәрендә юҡ нәмәләрҙе, беҙҙең рухҡа тура килмәгәнсә эшләп, улар зыян ғына итә бит, шуны аңламауҙары йәл. Минән яҡшыраҡ эшләһәләр, бер һүҙ ҙә әйтмәҫ инем. Бына ҡарағыҙ (скульптор бер композицияны кәштәнән алып күрһәтә), баш ҡалалағы бер һәйкәлде хәтерләтмәйме ни ошо? Ә бит минең уны эшләгәнемә 20 йыл. Ҡыҙғанысҡа күрә, үҙенең эшен халыҡ хөкөмөнә сығарған кеше беҙҙең фольклорҙы ла белмәй, рухы ла юҡ.
– Образдарҙы тыуҙырыу өҫтөндә нисек эшләйһең?
– Ҡалыплашмаған юлдар эҙләйем. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың тау институтында Исмәғил Тасимовҡа ҡуйылған барельеф барокко стилендә эшләнде. Таҡтаташтың бер яғында ҡулына һөңгө тотҡан, биленә ҡылыс аҫҡан башҡорт кешеһе. Артҡы планда – ғәйнә ырыуының изге йәнлеге – болан төшөрөлгән. Бөтә атрибуттары менән аҫаба башҡорт ер хужаһы итеп һынландырылды. Икенсе яҡта – урыҫ оҫтаһы, тимерсе. Ә бит скульптура өлкәһендә бай традициялары булған әллә күпме Питер ижадсылары ҡатнашты был конкурста. Ә минеке ойоштороусыларға композицияһы менән оҡшаны. Уртала батша заманындағы һәм хәҙерге етәкселәрҙең указдары ла яҙылды. Бына ҡайҙа кәрәк ул тарихты белеү. Ике йыл буйына ике ҡала – Өфө менән Санкт-Петербург араһында барған хәл ителмәгән мәсьәләне беҙ күренекле геолог, ғалим Миңләхмәт Моталов ағай менән барып, бер аҙна эсендә эшен бөтөрөп тә ҡайттыҡ. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуға 450 йыл тулыу уңайынан башҡарылған эштәрҙең иңтәүгеһе булды ул. Ошондай уҡ таҡтаташты Исмәғил Тасимовтың тыуған яғы – Пермь крайында Ҡуян ауылына ла алып барып ҡуйҙыҡ.
– Бер ғаиләнән ике ижадсы үҫкәнһегеҙ. Ағайың – Айрат Ҡобағошов – күренекле композитор. Бындай һәләттең тамыры, моғайын, атай-әсәйегеҙҙәлер...
– Һеҙҙең һымаҡ инде. Апайығыҙ Миңлегөл Хисамова менән икегеҙ ҙә шағирәләр бит.
Беҙгә килгәндә, атай-әсәйҙән генә түгел, ә олатай-өләсәйҙән киләлер, тип уйлайым. Әсәйҙең әсәһе – Мәрхәбә өләсәйем, мәҫәлән, оҫта мейессе булған. Уларҙы ябай ғына итеп сығармаған, ә барельефтар эшләгән. Поднос формаһында сәй эсә торған урындар яһаған, рельеф менән балсыҡтан таҫтамалар элә торған урындар эшләгән, сәй эсеп ултырған әбей, бабай һүрәтен төшөргән. Ул үҙенә күрә башҡорт декоратив сәнғәтенең бер төрө, бәләкәй архитектура формаһы булған. Өләсәйем бик матур балаҫтар ҙа һуҡҡан. Әсәйем дә уның был эштәрен дауам иткән.
Атайҙың атаһы – Ғимран сәсән бәйетсе булған. Ауылға юғарынан етәкселәр, ҡунаҡтар килһә, туй булһа, уны маҡтатырға саҡырғандар. Тәнҡит тә әйтә башлағас, ҡурҡҡандар.
Олатай ғаиләлә күмәкләп ниндәйҙер ҙур эш башҡарып ашарға ултырғас, утын әҙерләгәсме, картуф ҡаҙғасмы, йомғаҡ яһап, һәр баланы маҡтап, ололап, эштәрен баһалар булған. Ошо ғәҙәтте атайым да Бөрйән районында Шүлгән мәмерйәһе эргәһендә Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйыла торған ҡанатлы ат – Аҡбуҙатты эшләйем. Ул быйыл ҡуйылырға тейеш. Бында ла бер нисә эш араһында минең проект еңеүсе булды.
Скульптура – сәнғәттәге иң ҡатмарлы жанр. Технологиялары күп. Башта ҡәләм менән ҡағыҙға төшөрәһең, унан бәләкәй формаһын эшләйһең. Аҙаҡ конструкцияһын төҙөйһөң. Ҡайҙа ҡуйылырға, ниндәй бейеклектә булырға тейеш – төрлө яҡтан уйлайһың. Балсыҡтан эшләнеп бөткәс, гипстан кире формаһын эшләргә кәрәк. Шунан өлөштәргә бүлеп, моделдәрен бер-береһенә дөрөҫ тоташтырыу өсөн каркасы теүәл итеп ҡоролорға тейеш. Аҙаҡ заводҡа ҡойорға ебәрелә.
– “Аҡбуҙат” ниндәй материалдан эшләнә? Ҙурлығы ниндәй?
– Оҙаҡ һаҡланһын өсөн суйындан эшләнергә тейеш тип уйлайым. Скульптураның бейеклеге лә, оҙонлоғо ла 4 метрҙан артығыраҡ.
– Өлфәт, мин һинең тағы ла бер шөғөлөңдө беләм: күп йылдар зыяраттарҙағы боронғо таштарҙы, ундағы яҙыуҙарҙы өйрәнәһең. Бының төп эшеңә бәйләнеше бармы?
– Зыяраттарҙағы таштар – бәләкәй архитектура формаһы. Археологтар бик боронғо тарихты өйрәнә. Ә эпитафияларҙы тикшергән төплө генә кешене белмәйем. Эпиграфика тигән фән ул. Быйыл Ғәбрафиҡ хәҙрәт менән ете зыяратта булдыҡ. Боронғо таштарҙы фотоға төшөрәм. Транскрипцияларын өйрәнәм. Троицкиға барғанда Зәйнулла ишан ерләнгән мосолмандар зыяратында 3 метр ҙурлыҡта эшләнгән ҡәбер таштарын күрҙек. Торғаны бер шедевр кеүек. Ғәрәп хәрефтәрен шамаилға әйләндереү менән дә мауығам, уларҙы коллиграфик рәүештә матур итеп яҙыу күп ваҡытты ала, оло түҙемлек талап итә. Мәҫәлән, Миәкә районындағы Нарыҫтау башында – сәхәбәләргә ҡуйылған ҡәбер ташындағы яҙыуҙарҙы унда булыусылар күргәндер. Был – минең эшем.
Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайындағы 20–30-лап зыяратта булдым. Шулар араһында билдәле шәхестәрҙең ҡәберҙәре лә килеп сыға. Ғәрәпсә уҡый белмәү сәбәпле, ауылдағы халыҡ унда кем ерләнгәнен дә белмәй. Үҙем дә ҡайһы бер урындарға 3–4 тапҡыр барам. Фотоға төшөрөлгән хәрефтәрҙе дөрөҫ уҡып булмаһа, асыҡларға тура килә. Эпиграфика әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән өлкә.
– Был эштәреңде лә китап итеп сығарырға уйлайһыңмы?
– Ҡәбер таштары ла – беҙҙең тарихыбыҙ. Уларҙы белергә, һаҡларға, килер быуындарға тапшырырға кәрәк.
– Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов менән бергә байтаҡ йылдар элек “Ғәрәп теле. Башлап өйрәнеүселәр өсөн” тигән дәреслек тә сығарғанһығыҙ. Үҙең дә дин юлындаһың. Илаһи көстөң ярҙамын тояһыңмы?
– Аллаға шөкөр, Бисмиллаһыҙ эш башлағаным юҡ. Намаҙ уҡыйым. Юғары көстәрҙең ярҙамын күп тапҡырҙар тойғаным булды. Ләкин улар хаҡында ҡысҡырып кемгәлер әйтеп, ҡотон ебәреүҙән ҡурҡам.
– Ең һыҙғанып ижад итерҙәй сағыңда 33 йыл буйы И. Мечников исемендәге институтҡа эшләп үткәргәнһең. Шул ваҡытың йәл түгелме?
– Унан киткәнемә ни бары дүрт йыл ғына әле. Әлбиттә, күпме ғәйрәт шунда китте. Ләкин мин унда ҙур масштабтағы эштәрһе тиҙ башҡарырға өйрәндем. Унан һуң институт етәкселеге ижадыма бик ыңғай ҡараны, уңайлы шарттар булдырҙы, оҫтахана бирҙе. Шуға уларға рәхмәтлемен.
Мин бит төп эшемдән тыш ул йылдарҙа ла ижадтан айырылманым. Юғиһә, был сама эштәрҙе ҡасан башҡарып өлгөрөр инем.
– Ысынлап та, ошо эштәргә ҡарап, быларҙы бер кеше башҡарғанына ышанырлыҡ та түгел. Һин бит әле “Таймаҫ ауылы” тигән ҙур тарихи хеҙмәттең авторы ла. Өлфәт Ҡобағошов нисәү ул?
– Берәү.
– Ә 20 кешелек эш башҡарған кеүекһең...
– Үҙ эшеңде яратырға һәм тағы ла ваҡыттың ҡәҙерен белһәң, шул саҡта бөтәһенә лә өлгөрөргә булалыр, тип уйлайым.
– Йөрәгеңде әрнетеп, тормошҡа ашмай ҡалған проекттарыңды туплап, китап итеп сығарырға кәрәкмәйме икән? Юғиһә, үҙең әйтмешләй, идеяларыңды башҡалар эләктереп алырға ла күп һорамаҫтар.
– Ул хаҡта уйларға кәрәк. Театрҙарҙа эшләгән декораторҙар теге йәки был сәхнә күренештәренә төшөргән эскиздарын китапта сығара бит. Күңелде әрнеткән әйберҙәр күп инде ул. Ижадсы өсөн барыһы ла ҡәҙерле. Әммә “Ырыуҙар ташы” тигән комплекс айырыуса әрнеткес. Берәй заман тормошҡа ашырмы, юҡмы – билдәһеҙ...
– Һөйләшеүҙе пессимистик нотала тамамламайыҡ әле. Һинең тиҙҙән Шүлгән мәмерйәһе янына осасаҡ ҡанатлы Аҡбуҙатың бар. Шундай мифик атты ауыҙлыҡлаған рухлы шәхесебеҙгә артабан да уңыштар йылмаймай ҡалмаҫ. Хоҙай һаулығыңды бирһен дә илһамыңдан, иманыңдан айырмаһын.

Зөһрә Ҡотлогилдина.
 
Был интервьюны беҙгә Зөһрә апай скульпторҙың Хәтер кисәһе алдынан ебәргәйне, сәхнәнән әйтте: Өлфәт ағайҙан алған интервью, журналда сыҡҡайны, күбегеҙ уҡымағандыр, тиҙҙән "Юшатыр"ҙа баҫыла. Баҫтыҡ. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙы йәнә бер ҡат иҫкә төшөрөр, кемде юғалтҡаныбыҙҙы нығыраҡ аңлар өсөн.
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас