

...Аллаһ ҡушҡан хаҡ яҙмыштан берәү ҙә ҡасып ҡотола алмайшул, ҡәһәрле һуғыш атайымды ла урап үтмәй. 1944 йылдың 27 ноябрендә, йәше етеү менән, уны һуғышҡа алалар һәм 1945 йылдың 1 ғинуарында присяга ҡабул итә. Һуғыш ҡайнап торған ерҙәрҙә, шулай уҡ Япон һуғышында ҡатнашып, ауыр яу яландарында ас-яланғас тыуған илебеҙҙе яҡлау өсөн фиҙәҡәр көрәшеп, 1951 йылдың 13 апрелендә атайыбыҙ 7 йыл хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Уға 1945 йылдың 3 сентябрендә Япон һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙал бирәләр.
Һуғыштан һуң, атайыбыҙ Морапталда МТС-да тимер юлда элемтә бүлегендә эшләй. Оҙаҡламай, әсәйебеҙ Разиә менән бәхетле ғаилә ҡороп ебәрәләр һәм миңә 8 ай булғанда, “Искра” колхозына Ҡотлоюл ауылына әйләнеп ҡайталар. Атайым унда оҙаҡ йылдар хисапсы булып эшләй, унан фермала быҙау ҡарай. Әлбиттә, ауыр һуғыш йылдары атайыбыҙҙың һаулығын ныҡ ҡаҡшата, һыуыҡ ҡарҙа ятыу үҙенең һөҙөмтәләрен бирә, бронхит менән ауырыны атайыбыҙ һәм 1992 йылдың 1 декабрендә яҡты донъялар менән мәңгелеккә хушлашты. Һәр ваҡыт тура һүҙле, үтә лә ябай атайыбыҙҙы һәм әсәйебеҙҙе беҙ балалары, һәр саҡ хөрмәт менән иҫкә алабыҙ, тормоштоң шундай ҡатмарлы ла, ауыр ҙа саҡтары булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй, ашатып-эсереп, яҡшы кейемдәр кейҙереп, уҡытып, дөрөҫ һәм ғәҙел тәрбиә биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ...
Мәрүәр СӘҒӘҘИЕВА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы килеш үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды.