

Күпме генә ваҡыт үтһә лә ул һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә, уны уйламаған, иҫкә алмаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ. Йылдар үткән һайын нығыраҡ һағынабыҙ ғына...
Яҡыныбыҙ тормошто ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Хеҙмәт һөйөүсән, изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл кеше ине. Ул ҡатынына һөйөклө ир, балаларына изге атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан, оло йөрәкле олатай, яҡындарыбыҙыға туған йәнле, ә кешеләргә яҡты йөҙлө, шаян һүҙле булды.
Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһағыҙ ине. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Атайымдың нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең атайыбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.