Хәтер
20 Декабрь 2022, 04:50

Доғаларыбыҙ барып етһен ине

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зәйтүнә Шәкир ҡыҙы БҮКӘНБАЕВАның беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл да була.

Доғаларыбыҙ барып етһен инеДоғаларыбыҙ барып етһен ине
Доғаларыбыҙ барып етһен ине

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Мәрхүмәнең тормош иптәше Рәсүл, улы Радик, килене Айгөл һәм ейәнсәре Камила.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас