

Ғаяз абзый яҡты йөҙлө, асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине. Күпме ваҡыт үтһә лә, ул беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр. Уны белеүселәр, яҡын кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Яҡыныбыҙҙың ятҡан урыны йомшаҡ, ауыр тупраҡтары еңел, урыны ожмах түрәҙрендә булһын.
Уның тормош иптәше Света еңгәбеҙҙең, балалары Айнур абзыйыбыҙҙың, Альбина апайыбыҙҙың ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Барлыҡ туғандары исеменән килене Люция һәм уның балалары