Нисәмә йылдар үтеп, нисә быуын, нисәмә "батша" алмашынһа ла, уны һаман булһа иҫләйҙәр. Хатта яраталар.
Иосиф Виссарионович Сталин. Күмертау халҡы уны бигерәк үҙ итә, һәйкәл ҡуйҙылар, музей булдырҙылар. Ринат Низаметдинов булдырҙы, һәйкәлен дә ҡуйҙырҙы. Әйткәндәй, ул Ю. Шатунов рәсемен дә йортона төшөрттөрҙө, хәҙер шулай: Сталин менән Шатунов бергә ғүмер иткәндәй.
Бөгөн халыҡтар атаһының тыуған көнөн билдәләргә тип сираттағы тапҡыр йыйылдылар.
- Һеҙҙең арҡала илебеҙ көс алды, космосҡа остоҡ, фашистарҙы еңдек, - тип теҙҙе телмәр һөйләүселәр, - һеҙ үлгәндә, атайыбыҙҙың илап ултырғаны һаман хәтерҙә, - тип тә иҫләп алдылар.
Сәскәләр һалынды. Улары тиҙ генә туңа башланы, көн сатлама һыуыҡ.
Халыҡ артабан китте - Ветерандар Советына. Ә туңған гөлдәр ятып ҡалды. Кешеләрҙең дә шулай, кемдеңдер ғүмере бик ҡыҫҡа була, кемһенеңдер, оҙаҡҡа етә, туңмай.