Хәтер
23 Декабрь 2022, 11:05

Ҡатын йөрәге

Уны һуңғы юлға оҙатҡан көн бөгөнгөләй хәтерҙә.

Ҡатын йөрәгеҠатын йөрәге
Ҡатын йөрәге

Бындай мәлдәр, хәйер, онотоламы ни? Яуҙа һәләк булып ҡайтты егетебеҙ, Роберт Әмәкәсов, уны оҙатырға тип барса халыҡ Уңғар ауылына йыйылғайны. Әллә ниндәй алама һыуыҡ елле көн ине ул, тәнде ҡороштороп бөттө.
Барыһына ла ауыр ине, әммә иң ауыры әсәгә төштө лә ҡатыны менән балаларына төштө, барыһы ла, тәү сиратта, ҡатындарҙың йөрәгенә йыйыла бит, үҙең бәпләп үҫтергән балаңды һинән алда китеп барыуын күреүҙән йәки һөйгән йәрһеҙ йәшләй генә тороп ҡалыуҙан да ауыр ҡайғы буламы ни? Ә балалар?
Был ҡара һыуыҡ көндән һуң әллә күпме ваҡыт үтте, әммә яралар төҙәлмәне, төҙәлмәҫ тә инде хәҙер. Властар, әлбиттә, Әсәне, ҡатынын, балаларҙы онотмаҫҡа тырышты, ул-был сарларға саҡырҙы, рәхмәт әйтте. Былар ғына туғандарҙың йөрәгенең яныуҙарын баҫа алһа.... Бөгөн миҙал тапшырҙылар. Роберттың миҙалын. Үҙ күкрәгенә үҙе тағып йөрөһә... Ә балалар, ҡатын ҡулында. Юҡ, ҡулында түгел, йөрәгендә, был ябай ҡалай миҙал ғына түгел, Улы тураһында иҫтәлек, хөрмәт, дан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас