Хәтер
24 Декабрь 2022, 08:59

Йөрәк һаман илай

17 декабрҙә, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, йәш, матур, ҡәҙерле кешебеҙ Айгөл Хәмзә ҡыҙы ЙӘНСИЙӘРОВА мәңгелек йортона китеп барҙы.

Йөрәк һаман илайЙөрәк һаман илай
Йөрәк һаман илай

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ Горный Ключ ауылы халҡына, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, Ермолаево дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә, Күмертау дауаханаһының реанимация бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, “Усадьба” кафеһы коллективына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен. Донъялар тыныс булһын!
Яҡын кешеңде юғалтыуҙан да оло ҡайғы юҡтыр. Йөрәк һаман илай, һаман һыҙлай. Изге күңелле, ғәзиз кешебеҙ - Айгөлдө яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ятҡан урындары тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын яҡыныбыҙҙың.
Мәрхүмәнең һылыуҙары Минүрә, Нурия, Гүзәл.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас