

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта, яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, класташтарыбыҙға, Өфө ҡалаһында бергә уҡыған курсташтарына, Таймаҫ ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен.
Туған йәнле, ярҙамсыл, алсаҡ булған ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урындары тыныс, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмәнең тормош иптәше һәм балалары.