Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Ғинуар 2023, 12:37

Гүйә, ҡояш һүнде

4 ғинуарҙа, ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Раил Лотфрахман улы АБДРАХМАНОВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан китеүенә 30 йыл тулды.

Гүйә, ҡояш һүнде
Гүйә, ҡояш һүнде

Уны юғалтҡас, нисек ауыр булғанын аңлатырға бер ниндәй ҙә һүҙҙәр табып булмай, гүйә, беҙҙең өсөн ҡояш һүнде.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙҙең хәтерҙә изге күңелле, асыҡ йөҙлө, алсаҡ, ярҙамсыл булып һаҡлана. Эшенә яуаплы, тоғро, намыҫлы, шул уҡ ваҡытта ябай кеше булып ҡалыуы менән халыҡтың хөрмәтенә лайыҡ булды. Ғәзиз кешебеҙҙе белеүселәр, туғандары, ауылдаштары уның яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә хөрмәтләп иҫкә алһаҡ, рухтары шат булыр.
Яҡыныбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре нурлы, яҡты, йәне йәннәттә булһын.
Бик ашығып киттең арабыҙҙан,
Юғалтыуҙар ауыр һәр саҡта,
Күңелдәрең һинең изге ине,
Урындарың булһын ожмахта.
Ҡәберкәйең нурҙар менән тулһын,
Рухыңды шатлыҡ биләһен.
Беҙҙең өсөн һин һаман да иҫән,
Күктән ҡояш булып көләһең.
Яратып, юҡһынып, мәрхүмдең тормош иптәше, ҡыҙҙары, кейәүҙәре, улы, килене, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре.

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас