Все новости
Хәтер
13 Января 2023, 12:53

Быуатҡа бер тыуа

Гүзәл Усманова, Яңы Таймаҫ гимназияһының элекке директоры:

Быуатҡа бер тыуа
Быуатҡа бер тыуа

- Мортаза Рәхимовтың үлгәнен ишеткәс, иланым. Туҡтап та булмай. Ундай шәхес быуатҡа бер тыуалыр ул, тыуһа әле....
Тәү тапҡыр Президентты Өфөлә, миңә атҡаҙанған исеме биргәндә күрҙем. Ҡосаҡлап яратҡайны шул саҡ. Икенсе тапҡыр, Яңы Таймаҫ гимназияһы реконструкция үткәс, шуны асырға тип, ауылға килде. Уның ябайлығы! Мин үҙемде кәм тойоп өйрәнгән кеше, ул, үҙ кешеләрсә, тиң күреп аралашты, әрләргә кәрәк ерендә лә, кешене кәмһетмәй әйтер ине.
- - Беҙҙең ауылда бер Ҡобағошова бар ине. Уҡытыусы. Туғаныңмы әллә? - ошолайтып белеште Мортаза Ғөбәйҙулла улы, минең ҡыҙ фамилиям Ҡобағошова икәнен белгәс.
- Эйе, Таймаҫтан элегерәк күсеп китте.
Баҡһаң, егет сағында Тәүәкәндә уҡытҡан ошо ҡыҙ артынан йүгергән сағы ла булған икән...

Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: