

Башҡортмон тигән һәр кем, уны йолабыҙ, йөрәк ҡушыуы буйынса, һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Олоһо ла, кесеһе лә, беҙҙең кеүектәр ҙә, елле эшҡыуар ҙа, ябай уҡытыусы ла, район башлығы менән дә сиратта тороп, бер беребеҙ менән яҡын, туғандарса аралашып тороу - күңел аҙығы булды.
Таңғы 5 тә юл тотҡас, иртә барып еттек тә, Йә Хоҙай, һыуыҡ көн, вирус йөрөй, юғарынан бойороҡ юҡ, тип халҡыбыҙ шулай ғына булырмы, тип юҡҡа ғына бошонғанмын, икән...
Барбыҙ, бар беҙ!!!
Митинг ваҡытында йылыла булып, 2 сәғәт тирәһе Президентыбыҙ В. В. Путинды көтөп, һыуыҡта торорға тура килде... Һыуыҡ булһа ла йылылыҡ бөркөй ине һәр кемдән.
Рәхмәт берләштергәнең, барыһы өсөн дә Мортаза Ғөбәйҙуллович!
Бәхил бул.
Башҡорттарҙың киләсәге берҙәмлектә, берлектә.
Һүҙен әйтеү, яҡлай алыу, ирлектә.
Берҙәмлектең усағында
гел дөрләп торһон ялҡын!
Дәүерҙәрҙе атлап сығыр
илһөйәр ғәзиз халҡым!
(Ф. Бүләков)
Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры, Күмертау ҡалаһы.