Все новости
Хәтер
18 Января 2023, 16:46

Онотмабыҙ һине

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, улым, атайым Рөстәм Рафаил улы БАТЫРШИН беҙҙе оло ҡайғыларға һалып араыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 1 йыл тулды. 

Онотмабыҙ һине
Онотмабыҙ һине

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине, бер ҡасан бер кешегә яман һүҙ әйтмәҫ ине.
Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең атаһы, тормош иптәше, улы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: