Все новости
Хәтер
24 Января 2023, 16:13

Юҡhынабыҙ, hағынабыҙ

Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Закир Шакир улы ИШМӨХӘМӘТОВтың беҙҙе ҡайғыларға hалып мәңгелеккә китеүенә 1 йыл да булып китте.

Юҡhынабыҙ, hағынабыҙ
Юҡhынабыҙ, hағынабыҙ

Мәрхүмебеҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, ярҙамсыл ине, бер кешегә бер яман hүҙ әйтмәҫ ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡhынабыҙ, hағынабыҙ, ул күңелдәребеҙҙә мәңге hаҡланыр. Уның рухына бағышлап Ҡөръәндән аяттар уҡыттыҡ. Уны белеүселәр яҡты иҫтәлеген тик йылы hүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ, уның рухына арналған доғаларыбыҙ барып етheн ине.
Мәрхүмдең тормош иптәше, улы, килендәре hәм ейәндәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: