Все новости
Хәтер
24 Января 2023, 11:55

Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла

Ҡартолатайыбыҙ Закир Шакир улы ИШМӨХӘМӘТОВты уйламаған көнөбөҙ юҡ.

Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла

Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартолатайыбыҙ Закир Шакир улы ИШМӨХӘМӘТОВ, 23 ғинуарҙа, бер йыл элек, беҙҙең йөрәктәребеҙгә оло яра һалып, ҡапыл ғына мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тормошто ныҡ яратты, матурлыҡты күрә белде. Ул ҡатынына һөйөклө ир, балаларына изге атай, ә ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан, оло йөрәкле олатай, кешеләргә яҡты йөҙлө, шаян һүҙле булды.

Уны уйламаған, иҫкә алмаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ. Айҙар үткән һайын нығыраҡ һағынабыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмах түрендә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.

Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Атайымдын нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең атайыбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.

Мәрхүмдең балалары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: