Все новости
Хәтер
27 Января 2023, 09:10

Әнәйем тураһында иҫтәлектәр

Әнәйем тыумышы менән Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан. 

Әнәйем тураһында иҫтәлектәр
Әнәйем тураһында иҫтәлектәр

Әсәйебеҙ бик белемле кеше булды. Һуғышҡа саҡлы Баймаҡта ФЗО һымаҡ ерҙә уҡыған. Уның әсәһенең мырҙаһы Моратбаҡыев Хәмит Баймаҡта беренсе секретарь (хәҙересә ҡала-район башлығы) булған. Һуғыш сыҡҡас уны Шайморатов дивизияһына политрук итеп алғандар. Кәләшен, Сафура инәйҙе кире бында алып ҡайтҡан. Әнәйебәҙ ҙә бергә ҡайтҡан. Алтын сәнәғәте буйынса белем алһа ла, уны ауылда колхозға учетчик - счетовод итеп тәғәйенләйҙәр. “ Атта һыбай йөрөп иҫәпләй торған инем”, - тип һөйләй торған ине. Пенсияға сыҡҡансы ауылда һатыусы булды. Совхозға икмәк бешерҙе, сөгөлдөр үҫтерҙе.
Ауылыбыҙ бөтә башлағас, 1985 йыл кире Яҡуп ауылына күсендек. Фатима тигән инәйҙең өйөн һатып алып, урынына Кинйәнән өйҙө күсереп һалдыҡ. Әнәйебеҙ ике йылдан һуң ҡаты ауырып китте. Инсульт булды. Шул ауырыуы менән 21 йыл йәшәп, 85-се йәшенә сыҡҡанда вафат булып ҡалды.
Атайыбыҙ 49 йәшендә һуғыш яраларын күтәрә алайынса вафат булып ҡалды. Әнәйебеҙ балаларын бер үҙе тәрбиәләне. Йәндәре йәннәттә булһын. Мамыҡ шәл, үәл һатып үҫтерҙе инде. Хәҙер теге мәҡәләне ҡуям.
1942 йыл. Мине Туғай Кинйәһенән Насретдин тигән егет һората килде. Ҡулын муйынына аҫып алған. Баҡһаң, һуғыштан яраланып ҡайтҡан икән. Яусы булып буласаҡ бейемем - Зәйнәп килгән. Әсәйем иғтибар менән тыңлағас, бер ни ҙә әйтмәй: «Насретдин ике көндән килер, шунда әйтербеҙ», - тип һәйбәтләп оҙатып ҡалды.

Азат ХӘЛИЛОВ, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: