Былай әйтеү, ысынында, артыҡ ине, һине тәрбиәләгән кеше (икенсе әсәй тиһәң дә була) үҙенең 90 йәшен (!) ҡаршы ала, ә һин шунда ла бармай ят.
Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова бар ғүмерен балаларҙы тәрбиәләүгә, уҡытыуға бағышлаған кеше, математик ул, әммә ҡоро, хисһеҙ һандар менән генә эш итмәне ул, шәхес масштабы үтә киң ине - әҙәбиәт, тарих тиһәң, уға еткәне һирәк булды. Ишембай интернат-мәктәбендә уҡытты, тәрбиәсе лә булды, быныһы беҙ белгәне, ә белмәгәне....
Фәүзиә апай ошо көнгәсә һаман булһа сафта икән, китаптар яҙа, йәмәғәт эшендә ҡатнаша. Уны ике яҡтан тотоп ҡына йөрөтәләр, йәш, барыбер, үҙен белдерә. Быныһы тән тураһында, ә йәне, ә мейеһе! Беҙ хәтерләмәгәнде иҫендә йөрөтә. Ғәжәп!
Тәрбиәсебеҙҙе ҡотларға тип, 1994 йылда гимназияны бөткән беҙ өсәү килдек, мин, ике Гөлназ. Ҡотлағанда Фәүзиә апайыбыҙ йылмая биреп ултырҙы ла һүҙ ҡыҫтырҙы: һин өйгә эштәреңде тиҙ генә эшләп бөтә инең дә, парта аҫтына инеп, китаптар уҡый ҙа ултыра торғайның (самоподготовка тиҙәр ине уны, беҙ өй эштәрен башҡарабыҙ, ә Фәүзиә апай беҙҙе ҡараулап ултыра, кәрәкһә, ярҙам итә, бик тыңламаһаң, әрләй).
Самоподготовка тигәндән. Ике сәғәт самаһы ваҡыт ултырырға кәрәк, биштән етегә тиклем, кемеһе өлгөрә, кемеһе юҡ тигәндәй, әммә барыһы ла интернатҡа ашыға - ужин. Йәнә бер сәбәп бар - "Рабыня Изаура" башлана. Ә Фәүзиә Маннан ҡыҙы ҡайтарып ебәрергә ашыҡмай, һәр береһен тикшереп кенә сикләнһә ни асыу, тота ла берәй темаға дәрес башлай ҙа ебәрә. Ҡараның "Рабыняны", ҡарамай, үҙең бында раб булып ултыраһың.
....Уҫал булды ул. Барыһы ла ҡурҡты. Аҡыллы уҫал булды. Гел, баҫтырып, әрләгән дә йөрөгән кеше түгел, ҡорораҡ булһа ла, маҡтарға, дәртләндерергә лә оҫта ине. Беҙҙең менән сәғәттәр буйы төрлө темаға һөйләшә ине, тағы ла бер яғы: әҙәбиәт, тарих өлкәһенә ылыҡтырырға тырышты - "Һин ошо китапты уҡыныңмы, юҡ? Мә, уҡы ла, кире ҡайтар".
Әхлаҡ яғына ныҡ иғтибарлы ине. Үҫмер мәл, ҡан ҡыҙыу. Дискотекалар ойошторабыҙ. Фәүзиә Маннан ҡыҙы интернатта өлкән тәрбиәсе. Дискотеканың иң ҡыҙыҡ ере - ҡушарлап яй бейеү (медляк). Дәртле көйгә ырғып арығас, бер мәл талғын музыка ҡуйыла. Алдан уҡ самалап ҡуйған ҡыҙҙы саҡыраһың. Һәм китә.... Медлякты бейергә өйрәнеү молтаҡ түгел, әллә ни оҫталыҡ кәрәкмәй (рэп, брейк түгел дә ул), яныңдағы ҡыҙҙы ҡосаҡлап, көй тактына аҙыраҡ һелкенһәң - булды. Беҙ бер ҡыҙ менән үтә ныҡ хисләнеп киттекме икән, Фәүзиә апайыбыҙ бер заман утты яндырҙы, музыканы туҡтатты, үҙе яман асыулы:
- Һырылып йөрөмәгҽҙ, тәртиплҽ гҽнә итҽп бҽйҽгҽҙ!
Ул мәлдә был турала ныҡлап уйланылмаған, әле генә башҡа килә: ярамаған, тотош мир алдында оятһыҙ, тәртипһҽҙлҽктҽң аръяғына сығып ҡыланыуҙарҙы нисҽк туҡтатырға, Остаз?!
...Ишембайҙар был шәхес тураһында күберәк белә (Ф. Аҡҡолова музей эшендә лә байтаҡ эштәр башҡарған икән), ә беҙҙең уны 1994 йылдан бирле күргән юҡ. Һәм бына осрашыу. Хәбәрҙе йүнле һөйләү түгел, илап ҡына ебәрелмәһә ярар ине.
...Килгән ҡунаҡтарға әйләнеп-әйләнеп ҡарайбыҙ: таныштар юҡмы? Бынау ҡарт бабай беҙҙе уҡытманымы икән, ә анау әбей? Диҡҡәт менән текләп ултыра торғас барып етә: юҡ. Ҡыҙғаныс, интернат-мәктәптә, гимназияла уҡытҡан-эшләгәндәрҙең күбеһе китеп барған.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Кәлимуллина йүгереп йөрөп ята. Сценарий авторы ул. Беҙҙе күргәс, ирене лә китте, ҡосаҡтарҙан саҡ арынды.
- Иң яратҡан класым - һеҙ.
Уҡытыусының был һүҙҙәренән беҙ әллә кем, ә бит ул алдамай, мәҫәлән, Мораҡтан килгән Гөлназ гәзиттә эшләй, әллә нисә премия лауреаты, китап авторы. Шәп! Ғөмүмән алғанда, был кластан тел, әҙәбиәт өлкәһендә эшләгән байтаҡ кеше сыҡты, бында Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙының тырышлығы һәм, әлбиттә, Фәүзиә апайыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге сәбәп.
Ғ. Кәлимуллина ижад иткән яҙылған йырҙар яңғыраны, уларҙы Ильяс Кинйәғолов башҡарҙы. Береһе ошолай йырлана:
"Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан,
Һағынам бит һине мин һаман..."
Тағы бер тәрбиәсебеҙ - Илүзә Зөлҡәрнәева апайбыҙ - беҙҙе ҡапыл ғына танымаған икән (беҙ ҙә, йылдар үткән һайын, йәшәрмәйбеҙ). Табын артында ултырғанда ла хатта ашау ҡайғыһы булманы, һөйләшер һүҙҙәр бөтмәне, Илүзә апайҙы күрмәгәнгә лә әллә күпме ваҡыт үткән, һағындырған. Илүзә апайыбыҙ ҡыҫтай: бына буҙа эсегеҙ, итенә үрелегеҙ. Ҡырҡты үткән кешеләр, кире балаға әүерелдек тә ҡуйҙыҡ: апай, ә второйы буламы икән?
...Ике Гөлназ менән бергә Фәүзиә апайыбыҙҙың яуырынына шәл һалдыҡ. Шәл генә түгел, әйтерһең, барлыҡ рәхмәттеребеҙҙе өҫтөнә яуҙарҙыҡ.
- 95-тә, унан 100 йәшегеҙҙә лә мотлаҡ киләбеҙ, апай.
- Ярар.