Все новости
Хәтер
1 Февраля 2023, 16:38

Күптәргә өлгө булды

Рахманғолова Латифа Абдулла ҡыҙы 1922 йылдың 12 июнендә хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 

Күптәргә өлгө булды
Күптәргә өлгө булды

8 йәшкә тиклем уның бала сағы бәхетле була, татыу ғаиләлә үҫә. Тик 1930 йылда коллективлаштырыу башлана. Латифа инәйҙең атаһына кулак мөһөрө ҡуйыла, халыҡ дошманы тип ҡулға алына. Өфөлә өс көн эсендә приговор сығарып атыла. Әсәһе Фәғилә биш бала менән яңғыҙы ҡала. Бөтә мөлкәттәре тартып алына, уларға өйҙәренең өс яғы ғына тороп ҡала. Әммә әсә бирешмәй, үҫмер улдары менән шул өйҙөң дүртенсе яғын ремонтлап, мейессе һөнәрен үҙләштереп, бик ҙур ҡыйынлыҡтар аша үтеп, балаларын аслыҡтан һаҡлап ҡалып үҫтерә. 1941 йылда уның өс улы ла һуғышҡа китә, ә ҡыҙы Латифа тыл хеҙмәткәре була. Бер улы һуғышта үлеп ҡала. Латифа инәйгә һуғыш башланғанда 19 йәш була. Һуғыш бөткәнсе кем генә булып эшләмәгән ул, ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәгән. 

Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: