

Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ине. Берлинға хәтлем барып етә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Ҡалала атыштар туҡтағас, иптәштәре менән Рейхстагка бара һәм уның стенаһына штык менән Хөсәйенов Гариф-Башкортостан тип яҙып ҡуя.
Ул Прибалтика илдәрен, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Күпме һалдаттар баштарын һалдылар. Хәҙер үҙегеҙгә мәғлүм, ишетеп күреп тораһығыҙ, яҙып тороуҙың кәрәге юҡтыр тим.
Атайыма тыуған яғына ҡайтыу 1947 йылда ғына насип була. Һуғыштан һуң тыныс тормошта ла үҙен һынатманы. Ҡайҙа ғына эшләмәһен үҙ бурысына тоғро булды. Хәрби наградаларына өҫтәп “Сиҙәм ерҙе үҙләштереү өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүе лә быға асыҡ дәлил. Уны белеүселәр яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерле кешебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмах түрҙәрендә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Тыныс йоҡла атай.
Онотмайбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухын йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин, нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең бөтә балалары, туғандары исеменән оло ҡыҙы Рәйсә.