Хәтер
3 Февраль 2023, 07:21

Онотмабыҙ һине

Кинйә-Абыҙ ауылында тыуып үҫеп Тимербай ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ Ғәлиә Сәхнулла ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАның беҙҙе яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә 8 йыл тулды.

Онотмабыҙ һинеОнотмабыҙ һине
Онотмабыҙ һине

Ғәзиз кешебеҙ беҙҙең хәтерҙә уңған, тырыш, кешеләргә ярҙамсыл булып һаҡлана. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, изгелекле, ихлас булды, барлыҡ туғандарҙы ла оло хөрмәт итер ине, уның янында дуҫ-иштәре лә күп ине.
Беҙҙе ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә ташлап, арабыҙҙан китеп барһа ла, ул һәр ваҡыт хәтеребеҙ түрендә. Изге кешебеҙҙе белеүселәр, ғәзизебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә булһын.
Онотмабыҙ һине мәңге,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Иҫкә алып барлыҡ туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре исеменән ҡыҙы Рәйсә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас