

Ҡайғылы, ауыр ваҡыттарыбыҙҙа беҙгә терәк булып, ярҙам күрһәтеп, ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ бирһен, ҡайғылар урап үтһен.
Яҡыныбыҙ изге күңелле, бар кешегә лә ярҙамсыл булды. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ятҡан урындары тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Рәхмәт,атай! Өйрәттең йәшәргә,
Онотмабыҙ һине ғүмерҙә.
Үткәндәргә ҡайтып булһа икән!
Ҡыҫып ҡосар инек үҙеңде.
Мәрхүмдең барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.