

Һәр саҡ кешеләрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы ала ине. Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ваҡытта, ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, оло ярҙам күрһәткән туғандарыбыҙға, ут-күршеләребеҙгә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уны белеүселәр, һөйөклө әсәйебеҙҙе изге рухын, яҡты иҫтәлеген яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең йәне йәннәттә, урыны ожмахта, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын.
Мәрхүмәнең балалары.