Хәтер
10 Февраль 2023, 08:34

"Бабай" менән күрешеү

Ҡорбанғәли Сөләймәнов иҫтәлектәренән. 

"Бабай" менән күрешеү"Бабай" менән күрешеү
"Бабай" менән күрешеү

Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында ғүмер итеүсе Ҡорбанғәли Сөләймәновҡа Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән осрашыу бәхете тейә. 2007 йылдың 15 майында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Яҡуп ауылына яңы мәктәп төҙөү һорауҙары буйынса осрашыуға килә.
Ҡорбанғәли Сөләймәнов иҫтәлектәренән: "Барлыҡ ауыл халҡы "Бабай"ҙы хөрмәт менән ҡаршы ала. Халыҡ телендә М.Ғ. Рәхимовты яратып ҡына "бабай" тип йөрөтә инеләр. Шул ваҡыт бер ҡатын ауылдағы эскелек проблемаһын күтәреп һорау бирҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улы бик оҙаҡ уйлап тормай "Нимә эшләп уны эсәһегеҙ, ҡымыҙ эсегеҙ" - тине лә егеттәр кеүек мәктәптен икенсе ҡатына менеп тә китте. 73 йәшлек "бабай"ҙың йәш егеттәрҙәй йүгереп йөрөүенә бөтә халыҡ һайран ҡалды.
Президенттың шоферы Өлфәт менән әңгәмә барышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Әбйәлил районынан ҡайтып килгәне асыҡлана: "Мортаза ағай бер көн эсендә райондарҙы әйләнеп ҡайта. Юл буйына ултырғысын йығып йоҡлап килә. Ултырып ҡарағыҙ!" Оҙаҡ уйлап тормай "бабай" урынына ултырып ҡараным. Ныҡ булған икән беҙҙең беренсе президентыбыҙ", - тип хәтерләй Ҡорбанғәли Сөләймәнов.

Фотоларҙа Яҡуп социаль - мәҙәни үҙәген асыу ваҡыты. Мәктәп архивынан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас