Хәтер
13 Февраль 2023, 12:12

Уға 30 ғына йәш ине...

Һөйөклөбөҙ яҡшы, ярҙамсыл, алсаҡ кеше булды. 

Уға 30 ғына йәш ине...Уға 30 ғына йәш ине...
Уға 30 ғына йәш ине...
Ошо көндәрҙә ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде. 4 февралдә яратҡан улыбыҙ, ҡәҙерле мырҙам Айҙар Ильяс улы БИКБАЕВ арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Һөйөклөбөҙ яҡшы, ярҙамсыл, алсаҡ кеше ине. Ҡыҙғанысҡа, бик иртә китте арабыҙҙан, уға ни бары 30 ғына йәш ине... Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған Күмертау ҡалаһындағы «Межрайкоммунводоканал» коллективына, уның етәксеһе Рөстәм Буракановҡа, Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевҡа, Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдинға, шулай уҡ барлыҡ туғандарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, Айҙарыбыҙҙың класташтарына, дуҫтарына ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен.
Ғәзиз кешебеҙҙең ятҡан урындары тыныс, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмдең атаһы, әсәһе, апаһы.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас