Хәтер
15 Февраль 2023, 11:37

Хәтер

Туғаныбыҙ Рөстәм Батыршиндың иҫтәлегенә. 

ХәтерХәтер
Хәтер

Яңэыраҡ мәжлестә мәрхүмебеҙҙең Афғанда хәрби бурысын үтәгәнен, күрһәткән батырлыҡтарын туғандар менән иҫкә алдыҡ. Уның яҡты иҫтәлегенә шиғыр юлдары ла теҙҙем.
Туҡ-туҡ итеп баҫып килә
Баһадир егет микән,
Әкрен генә сәләм бирә
Хеҙмәттән килә икән.
Түшендә уның миҙалдар,
Ордендары ялтырай.
Ҡайҙан алған был бүләкте,
Күптәр аптырап һорай.
Һалмаҡ ҡына һүҙ башланы,
Бик ашыҡманы һөйләргә.
Минең бурыс шул булды,
Тыуған илемде һаҡларға.
Ябай ғына яуап бирҙе,
Ныҡышманы бер кем дә.
Йөрәк яраһы һуғалыр,
Булған икән Афғаныстанда.
Ҡамауғала дусар булғандар,
Ҡая-тау араһында.
Аслыҡтан йнсоған улар,
Беттәр ашаған башында.
Ҡайтты егет ауылға,
Ҡулында булды газета.
Нисек булған ваҡиғалар,
Яҙылған ине шунда.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас