

Йырыҡ ауыҙ тип йөрөтә инем һине. Гел генә йылмайып, шатланып, көлөп, шаяртып йөрөгән кеше инең һин, бер һүҙ менән әйткәндә - донъяға ғашиҡ кеше. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер була торған инең. Һуңғы осрашыуыбыҙ һаман да күҙ алдымда... Һау бул, тиҙҙән тағы ла күрешербеҙ әле туғаным тинең дә, ныыыыҡ итеп ҡосаҡланың... Һағындыра һинең менән интернет аша яҙыша торған саҡтар, ЕГЭны бирә алмайым тип гел илай торған инем һиңә, ә һин: "Улай тип әйтмә, бирәһең ул һин, бына күрерһең сентябрҙә уже БДУ студенты булып йөрөрһөң әле", - тинең. Нимә гел насар нимә уйлайһың, тик яҡшыһын уйларға кәрәк, позитив позитив ти торған инең.
Ә һуң осрашып йырлашып ултырыуҙар, ихласлап Салауат майҙанында гитарала уйнап ултырған ваҡыттар, иҫебеҙ китеп көлөшөп ултырған мәлдәр бары тик иҫтәлек кенә булып ҡалды...Ғүмерең бик ҡыҫҡа булды шул дуҫҡайым, ә бит һинең киләсәккә пландарың бик ҙур ине, бик һоҡлана торған инем һиңә. «Йәйләү» лагерына беҙҙе таныштырғаны өсөн айырым ҘУР РӘХМӘТ. Лагерҙағы ялдан һуң таралышһаҡ та, бәйләнеште өҙмәйек тип һүҙ бирҙек бер-беребеҙгә. 3 йыл интернет аша аралаштыҡ, шунан 11-се кластан һуң ниһайәт йәнә тағы ла күрештек. Лагерҙа һине хөрмәт итеп Ильнур Ағай тип кенә йөрөтә торған инек...
Бик иртә киттең шул арабыҙҙан, тик ниңә? Баштан һаман да шул уй сыҡмай... Ниңә? Ни өсөн? Һин бит дәрт-дарманың ташып торған егет инең, Илнур! Миңә һинең һәр саҡ ярҙам иткән дәртләндереү һүҙҙәрең етмәй... Ниндәй һүҙҙәр.. Һин үҙең етмәйһең бар ғаләмгә.. Йондоҙ булып атылдың... Урының ожмах түрендә булһын, ҡәҙерле дуҫҡайым...
Кеше ғүмере һыуҙар булып аға
Сәскә булып ата йәйҙәрен
Йондоҙ булып атыла ла һүнә
Тик ҡайтмай шул кире әйләнеп...
Һине һағынып, дуҫың Нурзилә