Все новости
Хәтер
3 Марта 2023, 15:44

Әнкәйҙәр китә икән...

Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын булған кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, нәнәйебеҙ Зифа Хәйбулла ҡыҙы ӘЛИБАЕВА беҙҙең араларҙан мәңгелеккә китеп барҙы. 

Әнкәйҙәр китә икән...
Әнкәйҙәр китә икән...

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Китмәҫ кеүек тойолһа ла
Әнкәйҙәр китә икән...
Беҙҙе яратҡан йылы ҡулдар
Бер көн һыуына икән...
Һине һөйөп баҡҡан күҙҙәр
Бер көн йомола икән.
Килмәҫ тип уйламағыҙ,
Ул көндәр килә икән..
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: