Все новости
Хәтер
7 Марта 2023, 09:09

Ябай, ләкин бөйөк шәхес

Рафиҡ ағай үҙен тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтте.

Ябай, ләкин бөйөк шәхес
Ябай, ләкин бөйөк шәхес

Таймаҫ мәктәбе 1957 йылда районда тәүгеләрҙән булып мәктәп формаһын индерә. Ул эшләгән дәүерҙә БАССР мәғариф министры Фатима Мостафинаның мәктәпкә ике тапҡыр килеүе лә күпте һөйләй. Р.Ш.Сыртлановтың 8 йыл Таймаҫта эшләүе боронғо башҡорт ауылы өсөн тотош бер дәүер булды. Ул ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, әллә ни тиклем матур башланғыстарға этәргес бирҙе. Мәктәпте тамамлаусыларҙың артабан юғары белем алырға ынтылыштары көсәйҙе, күпләп вуздарға инделәр. Яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев та йәш педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе.
1960 йылда Рафиҡ Шәрәфетдин улы Яңы Мораптал мәктәбенә директор вазифаһында ҡайта. 20 йылдан ашыу ғүмерен ошо белем усағына арнай...

ЮЛБАРИСОВ Рәжәп Рамазан улы, СССР ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССРҙың атҡаҙанған табибы, «Салауат Юлаев” ордены кавалеры, Көйөргәҙе районының почетлы гражданины. 

Был хат та тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: