Все новости
Хәтер
24 Марта 2023, 13:53

Төштәремә керә әсәй

Мин әсәйемде үҙемде һаҡлап йөрөтөүсе фәрештәмдер тип уйлайым.

Төштәремә керә әсәй
Төштәремә керә әсәй
Үрге Баба ауылында тыуып үҫкән, ғәзиз кешем, миңә ошо яҡты донъяларҙы бүләк итеүсе ҡәҙерле әсәкәйем - Рәзифә Әхмәҙи ҡыҙы АБЛАЕВАның яҡты донъяларҙан бик иртәләп китеп барыуына бөгөн 50 йыл да булып киткән.
Ғәзиз кешемде бер генә тапҡыр ҙа үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм дә, уның әсәлек наҙына төрөнөп, ҡуйынында иркәләнеп үҫмәһәм дә, минең өсөн үҙ ғүмерен аямай, миңә ғүмер бүләк итеүе өсөн рәхмәтлемен. Башҡа балалар кеүек иң татлы, иң танһыҡ булған, әсә наҙҙарын тойоп, уның ҡулдарында иркәләнеп үҫмәһәм дә, ғәзиз кешемдең гел эргәмдә булыуын тойоп йәшәйем. Мин әсәйемде үҙемде һаҡлап йөрөтөүсе фәрештәмдер тип уйлайым. Ауыр саҡтарымда ла, шатлыҡлы мәләремдә лә ул минең төштәремә инә, изге кәңәштәрен еткереп тора.
Әсәйемде белгән кешеләр уның изге күңелле, яҡты йөҙлө, ярҙамсыл, туған йәнле кеше булыуын әйтеп үҫтерҙеләр. Миңә йәтимлек ғазаптарын татытмай, яңғыҙымды ҡалдырмай, яратып, иркәләп үҫтереп, лайыҡлы тәрбиә биргән өләсәйем Тайфа, олатайым Әхмәҙигә рәхмәтлемен.
Ғәзиз кешеләремде белгәндәр, уларҙың яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алһағыҙ ине. Мин һеҙҙе юҡһынам, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһығыҙ. Ҡәҙерлеләремдең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәндәре йәннәттә, урындары ожмах түрҙәрендә булһын ине.
Төштәремә керә әсәй,
Гел матур итеп, көлөп.
Минең генә юҡһыныуҙан,
Тора илайһым килеп.
Йыуата ла, илата ла
Ул бит төшөмә кереп.
Аңлата ла, киҫәтә лә,
Дөрөҫ кәңәшен биреп.
Ә ҡай саҡта, моңһоу ғына
Ҡарай бары күҙҙәргә.
Әйткән кеүек, "Фанилыҡта
Тырыш, ҡыҙым, түҙергә!"
Баҡыйлыҡта ла әсәйҙәр
Бала өсөн яналыр...
Фәрештәләр тигәнебеҙ
Моғайын, ул - Әсәйҙер!
Һеҙҙе һағынып ҡыҙығыҙ Гөлсәсәк.
Автор:
Читайте нас: