Все новости
Хәтер
26 Марта 2023, 11:04

Бәлки, танырҙар

Был фото 1965 йылдың март айында төшөрөлгән.

Бәлки, танырҙар
Бәлки, танырҙар

“Искра” ауыл хужалығы эшсәндәре. Улар яҙғы сәсеү эшенә әҙерләнәләр. Элек ошолай куфайка кейеп йөрөрҙәр ине, кейемдәре майға буялып ялтырап та бөтә торғайны. Хәҙер инде бар нимә лә заманса, Аллаға шөкөр, эшселәр таҙа кейемдәрҙә, кондиционерҙар ғына булған техникала рәхәтләнеп эшләйҙәр.
Уң яҡтан беренсе минең атайым Рәшит Сынбулатов, аҙаҡ Фәтих, Ирек, Павел, Арыҫлан, Ғиниәт ағайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бүтәндәрҙе иҫләмәйем. Бәлки, ошо фотоға ҡарап башҡалар ҙа үҙҙәренең аталарын танырҙар.
Ринат СЫНБУЛАТОВ, Юшатыр ауылы

Автор:
Читайте нас: