Уны, был сифаттары өсөн хөрмәтләп, Шәбағыш ауылына ебәрәләр. Унда ла шул тырышлығын, алдынғылыҡты бирмәне. Аҙаҡ уға аҡ “Нива” машинаһы бирелеп, совхоздың “Победа” бүлексәһенә, йәғни тыуған ауылына ҡайтарҙылар.
Ул хатта сөгөлдөр бүлеп утағанда ла беренсе көндән үк, тәүгеләрҙән булып, үҙе башлап, эшселәрҙе эйәртә ине. Ғәрифуллин ағай ғәрләнеп тормай, һәр ваҡыт үҙе эшләп күрһәтә.
Ул намыҫлы, эшсән, сәмле, гел яңылыҡҡа ынтылыусы. Ауыл хужалығы хаҡында китаптарҙы күп уҡый һәм яңылыҡтарҙы үҙ бүлексәһендә эшләп күрһәтте. Ныҡлы тәртип менән йәшәне: киске сәғәт 11-ҙә йоҡларға ята, таңғы сәғәт 4-тә тора. Ғүмер буйы шул тәртиптә йәшәй. Кешене - кеше тип, аңлай белде.
Тыштан сабыр, баҫалҡы кеүек, ә эстән ул гел алға ынтылыусы, оло йөрәкле кеше. Һәр бер ауырлыҡты йырып сығырға ынтылды. Ҡуштандарҙы яҡын итмәне. Ул кешене тиҙ таный, туп-тура күҙенә ҡарай һәм аңлай, күп һөйләмәй.
Бесән, һалам эҫкерттәрен көҙҙән ферма янына ташытып, тимер сыбыҡтар менән уратып алып, бикләп ҡуя. Ә фуражын Ғәйнан ағай бик теүәл итеп бирә, ғәҙел кеше ул.
Бер йылды март аҙаҡтарында буран сыҡты, бер аҙна буйы туҡтаманы. Йәш быҙауҙарға тигән яҡшы бесән бөтөп бара. Алты километр йыраҡлыҡта һаҡлап тотҡан бер эҫкерт бар. Бер механизатор Покровка ауылынан уҡ кире ҡайтты. Икенсеһен КА-700 менән ебәреп ҡарай, юҡ, бара алмайҙар. Түҙмәне Минхәйер Ибәт улы был эшкә. Руль артына үҙе ултырып, ике тракторсыға артынан эйәртеп барырға ҡушып, ҡуҙғалды. Күҙ асҡыһыҙ буранда, төнгө сәғәт икелә барып етеп бесәнде алып ҡайтты. Аяғында саҡ тора, һыуыҡ ҡар яуа, тештәре генә ялтырай ине. Эҫкерттең тап уртаһына барып индем ти. Шундай хәтер, һиҙгерлек уға атаһынан күскәндер тип уйлайым.
Колхозға элек ағас кәрәк. Ҡыш көнө Ырғыҙлынан барып ҡырҡалар. Яҙғы ташҡында һал итеп ағыҙып Мәләүезгә тиклем алып килергә кәрәк. Һал сиселә башлай. Минхәйерҙең ике дуҫы ла: “Беҙҙең ҡулдан килмәй был, бөтә өмөт һиндә инде Ибәт улы”, - ти. Ҡышҡы кейем менән Ағиҙелгә сумып, трос менән һалды нығытып ала.
Асия ҠАСИМОВА
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.