Все новости
Хәтер
22 Апреля 2023, 19:04

Уның изгелектәре мәңгелек!

Беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ Ғәббәсов Фәррәх Фанирас улының яҡты донъяны ҡалдырып ожмахҡа күсеүенә биш йыл да булып киткән.

Уның изгелектәре мәңгелек!
Уның изгелектәре мәңгелек!
Беҙ уның туп- тура ожмахҡа эләгеүенә тамсы ла шикләнмәйбеҙ,сөнки ул киң күңелле, бала йәнле, бөтә йәне-тәне менән эште, тормошто яратып йәшәгән Кеше булды. Ул беҙгә уҡытыусы ғына түгел, ә яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ ҙа ине. Бер яҡтан физкультура дәрестәрендә беҙҙең физик үҫеш өсөн көс һалһа, икенсе яҡтан ОБЖ дәрестәрендә беҙҙең күңелдәргә илһөйәрлек, яуаплылыҡ орлоҡтары сәсә алды, ул үткәргән "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсында сәмләнеп ярышыуҙар матур хәтирә булып иҫтә ҡалды.Спорт майҙансығын һәр ваҡыт таҙа тотто, хоккей коробкаһына боҙ туңдырып йөрөүсе лә ул булды.Һыуыҡта өшөп керһәк,Фәррәх абыйҙың һәр ваҡыт йылы сәйе әҙер торҙо. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһаҡ та - ярышҡа, олимпиадағамы, турнирғамы, слётҡамы- унда ул ярыш тураһында ла, еңеүҙәр, һөҙөмтәләр тураһында ла уйламаны, тәү сиратта уҡыусыларын ҡайғыртып йәшәне. Уның өсөн иң ҙур байлыҡ уның уҡыусылары булды. Фәррәх абыйҙың тағы ла бер яратҡан һөнәре шашка, шахмат уйнау булды. Беҙҙе лә шул уйынға ылыҡтырҙы. Тәнәфестә, төштән һуң да уйнарға йөрөнөк.Район кимәлендә шахмат турнирҙары ойоштороп йөрөүе лә уның ниндәй өлгөр, эшенә йәне-тәне менән бирелгәнлеге тураһында һөйләй. Ул турнирға бит уҡыусылар ғына түгел, олоһо ла, кесеһе лә яратып йөрөнө, һағынып көтөп ала ине! Һәр уҡыусыға ла иғтибарын да, ваҡытын да йәлләмәне, барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуабы булды, әммә бер кемде лә айырып, бүлеп, яҡлашып ҡараманы - барлыҡ уҡыусыларына тигеҙ һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булды. Мәктәптә уҡытыусы булһа, ауылда ғына түгел, районда ла күп мәҙәни сараларҙа ҡатнашып йәшәне ул. Клуб сәхнәләрендә алыштырғыһыҙ әртис булды, мандолина,скрипка, ҡурайында ла уйнаны. Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы тип бына тап беҙҙең уҡытыусыбыҙ Фәррәх Фанирас улы тураһында әйтелгән һымаҡ. Ә бит уның ғаиләһе ниндәй һоҡланғыс! Ҡатыны менән ҡайһылай ҙур, матур өй һалып сыҡтылар, бынамын тигән береһенән береһе аҡыллы, тырыш балалар үҫтерҙеләр. Тормоштоң матурлығына ҡыуанып, йөҙөп йөрөп эшләр, рәхәтләнеп йәшәр сағы ине лә бит - ни хәл итәһең… Әммә Фәррәх абый яҡты донъяларҙан китһә лә , беҙгә генә түгел, беҙҙең балаларыбыҙға ла етерлек тәрбиәһе ҡалды… Ә мәктәп тирәләй ул ултыртҡан алмағастар…йыл һайын уны хәтерләтеп, шаулап сәскә атып, көҙөн татлы емештәре менән ҡыуандырып ултыралар. Уның эшләгән эштәре, уның исеме, изгелектәре мәңгелек!...
 
Уны хөрмәт итеп иҫкә алыусы уҡыусылары.
Автор:
Читайте нас: