Хеҙмәт дауамында Илгиз Ғайсиндың күпме иген үҫтергәнен һанап бөтөрлөк түгел. Ҡышҡыһын да бөтмәй бит колхозда эштәр. Баҫыу эштәре тамамланыу менән ул тракторына йөк тейәп алыҫ юлға сығыр ине. Фураж, һөт, ауыл халҡы өсөн яғыулыҡ ташыны. Йөк машинаһы ул заманаларҙа маршрутҡа ролен дә үтәр булған. Ҡалала йомошо булған кешеләр кабинаға, тележка, хатта буш цистерна эсенә лә ултырып йөрөй ине ти. Шулай бер мәл ҡышҡыһын бер цистерна тулы кеше алып бара инем, тауҙан төшкәндә нимәлер тиҙ итеп эргәмдән үтеп китте. Иғтибарлап ҡараһам, йөгөм ысҡынған да, ҙур тиҙлек менән тауҙан саба. Көрткә барып төртөлгәс кенә ҡыуып еттем пассажирҙарымды. Ыңғырашыусыларға тыштан ҡысҡырам: “Барығыҙ ҙа иҫәнме?” тип. Иҫәнбеҙ, тип яуап алғас, цистернаны кире тағып юлымды дауам иттем – тип көлөп хәтерләй ине Илгиз ағай.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Илгиз Ғайсин бихисап орден, миҙалдар менән билдәләнгән. Бер һабан туйы, бер йыйылыш, бер ултырыш уға маҡтаулы ҡағыҙ йә награда тапшырылмай үтмәй торған ине тип һөйләй замандаштары. 57 йыл хеҙмәте өсөн уға Хеҙмәт даны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, Почет билдәһе ордендары, «За освоение целинных земель» миҙалы һәм башҡа ҙур баһалар бирелә. Тырышлығы өсөн республиканың алдынғы колхоз эшселәре иҫәбендә ул сит ил (Болгария, Румыния), Союз санаторийҙарына, аҙаҡ Рәсәй ял йорттарына юлламалар ала ине. Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины тигән абруйлы исем эйәһе булды.
Ирҙе ир иткән дә, сүп иткән дә - ҡатын тигән мәҡәләне иҫбатлаусы, Илгиз Сөләймән улын яңынан яңы еңеүҙәргә илһамландырыусы, ҡанатландырыусы, таянысы, мөхәббәте Шәмсеҡәмәр Хисаметдин ҡыҙының да өлөшө ҙур...
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.