Хәтер
16 Май 2023, 08:44

Абруйы ҙур ине

Беҙҙең әнәйебеҙ , уҡытыусы-остазыбыҙ Мөлөкова Мәрфуға Һибәтулла ҡыҙы тураһында яҙып үтергә булдым.

Добавить в предпочтительные источники Google
Абруйы ҙур инеАбруйы ҙур ине
Абруйы ҙур ине

Әнәйебеҙ ең һыҙғанып Яңы Мораптал урта мәктәбендә эш башлай. 41 йыл ғүмерен балаларға математика фәнен уҡытып төплө һәм тәрбиә биреүгә бағышлай ҡәҙерлебеҙ. Ул уҡыусыларҙың күңелендә тормошҡа, үҙе уҡытҡан фәненә һөйөү тәрбиәләргә һәр саҡ тырышты. Уҡытыуҙа дифференциялы уҡытыу, алдынғы алымдарҙы ҡулланып эшләне. 10 йыллап уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да уңышлы үтәне. Әнәйебеҙ талапсан да, изгелекле лә, тура һүҙле лә булды. Хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы ҙур ине. Намыҫлы эше өсөн ул “Рәсәй Федерацияһының Мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булды һәм Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Гөлзиә Мөлөкованың хаты, тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.

Автор:
Читайте нас