+6 °С
Ясно
Юлиә апайым тормош һөйөүсән, һәр яҡлап та әүҙем, егәрле, асыҡ күңелле ине.
Ҡәҙерлебеҙ барлыҡ яҡындарын, балаларын оло ҡайғыларға һалып, йәшләй генә яҡты донъяларҙан китеп барҙы.
Апайымдың йөҙөнән ихлас йылмайыуы бер ҡасан да китмәне, ул шул тиклем тормош һөйөүсән, изгелекле, ярҙамсыл булды. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә ышана алмайым. Был барыбыҙ өсөн дә, ышанып булмаҫлыҡ, ауыр юғалтыу. Һинең яҡты йөҙөң, изге рухың, йылмайыулы йөҙөң мәңге минең күңелдәрҙә һаҡланыр.
Апайым, урының ожмахта, йәнең йәннәттә булһын.
Туғаның Александра.