Все новости
Хәтер
11 Февраля , 18:22

Иҫе китеп тыңлағайны

Әмир СОЛТАНГӘРӘЕВ, Өфө ҡалаһы:- Мортаза Ғөбәйҙулла улын, мин тәү тапҡыр 2010 йылда ғына, март башында күрҙем.

Иҫе китеп тыңлағайны
Иҫе китеп тыңлағайны

Ул миңә был көндә “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем биргән ине. Мин шул ваҡытта уға ҡурайҙа уйнап күрһәттем, ул иҫе китеп минең моңомдо тыңлап торҙо ла, һин миңә кереп сыҡ әле, тип әйтте. Мин оҙаҡ уйлап торманым, уның янына керҙем. Ул миңә ҡарап торҙо ла, һин летчик, ниңә элек күренмәнең ул, күпме самолетта осорға тура килде, һине бер ҙә күргәнем булманы, тине. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, мин бит летчик түгел, мин юрист, тип яуаплаған инем, ул, нисек инде юрист, тип аптырап ҡалды. Уның өҫтәлендә бәләкәй генә конституция китабы ята ине, ана өҫтәлдә ятҡан китапты мин яҙҙым, тигәйнем, ул йәнә аптырап ҡалды. Барыһын да һөйләп биргәс, ул ышанмай ғына, бер төрлө нәфрәт менән миңә ҡарап ҡуйҙы. Шунан һуң, ул ваҡытта юстиция министрлығында бер башҡорт егете эшләй ине, шул һин инең меней, иҫләйем, иҫләйем ул егетте, тип ҡуйҙы.
Мин 90-сы йылдарҙа радио, телевиденияла, матбуғатта суверенитетты яҡлап, конституцияға төрлө аңлатмалар биреп, күп сығыш яһай инем. Шунда Мортаза ағай мине күреп, ярҙамсыһы Урал Насыр улына, давай, был егетте килтер әле, тип әйткән булған, тик уға, ул егет йүнһеҙ ул, тип яуаплағандар. Шунан икенсе тапҡыр, телевизорҙан сығыш яһауымды күргән дә, йәнә мине килтереүҙәрен һораған, тик был юлы ла ҡаршылыҡтар килеп тыуған. Өсөнсөһөндә, бик критик ваҡытта, бик шәп статья яҙған инем, шуны уҡып, йәнә осрашырға уйлаған булған, тик был юлы ла сәбәптәр табып, беҙҙең осрашыуҙы булдырмаусылар табылған. Был турала Мортаза Ғөбәйҙулла улы миңә ентекләп, үҙе һөйләп бирҙе. Ә ҡасан летчик булып киттең һуң, тип йәнә һораны ул минән. Мин уға 10 йыл матбуғат һәм мәғлүмәт министры урынбаҫары булып эшләүемде әйтеп һалғас, ил ағаһы урынан уҡ һикереп торҙо ла, һин нәмә, оло кеше тигәс тә, мине алдап тораһың, министр урынбаҫары булғас, ниңә мин һине белмәйем, тине асыуланып. Ул ваҡыттарҙа телдәр тураһында конституция яҙҙым, матбуғатҡа статьялар яҙҙым тинем. Ә ҡасан летчик булып киттең һуң һин, тип ҡыҙыҡһынды ул һаман. Мин бит летчик булманым, 10 йыл эшләгәндән һуң эштән ҡыуҙылар, шунан бер йыл эшһеҙ йөрөнөм дә, унан һуң Башнефть компанияһына эшкә индем, юстиция министрлығында эшләгәндә Сибай факультетын астырҙым, тип тормош юлымды теҙеп киттем. Ул мине иғтибар менән тыңланы ла, ышанмаған ерҙәрен белгән кешеләренә шылтыратып дәлилләгәс, аптырап, ниңә һине минән гел йәшергәндәр икән, тине лә, ә ҡасан летчик булдың һуң, тип һорап ҡуйҙы тағы бер ҡат. Башнефть компанияһынан киткәс, аэропортҡа эшкә барҙым, тик летчик булып түгел, үҙ һөнәрем буйынса юрист булып, тип яуапланым. Ил ағаһы, шулай аптырап тыңлап ултырҙы ла, кеше яҙмышы хәтәр икән, һин бит ошо бинала, минең эргәлә эшләй торған кеше булғанһың, тип ҡуйҙы. Бына шундай ҡыҙыҡлы осрашыу хәтерҙә ҡалған. Ошо осрашыуҙан һуң, мин Ил ағаһы менән күптән осрашҡан, аралашҡан булыр инем, хатта бәлки, уның менән бергә эшләгән дә булыр инем,тип уйлап ҡуйҙым, тик яҙмыш тигәнең шулай була икән, уның юлдары ҡатмарлы, урау була. Хәҙер Мортаза Ғөбәйҙулла улы ошолай иҫтәлектәрҙә генә ҡалды. Шулай ҙа, уның менән шәхсән таныш булыуым менән, яҡындан аралаша алыуым менән ғорурланам.

Автор:
Читайте нас: