+6 °С
Ясно
Ошо көндәрҙә, Күмертау ҡалаһындағы ғәзиз туғаныбыҙ Альмира Рәүеф ҡыҙы ИСХАҠОВА беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Ҡотлоюл ауылы халҡына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, кешелекле ине. Туғаныбыҙҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Барлыҡ туғандары исеменән авзыйы Рәсүл, еңгәһе Фәимә.