Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта, беҙҙе яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауылдаштарыбыҙға, барлыҡ туғандарыбыҙға, класташтарына, дуҫтарына, күршеләребеҙгә ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Бөгөн яҡыныбыҙҙың яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн дә тула. Ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ уны юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары.