Әтейебеҙ ауылдың алдынғы механизатор-тракторсыһы булып, 38 йыл үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡалып, дан-хөрмәт ҡаҙанып эшләне. Уның хезмәтен колхоз етәкселеге һәр саҡ юғары баһалай: Республиканың, райондың бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Уға «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе тигән маҡтаулы исеменә лә лайыҡ булды. Дәртләнеп донъя көтөр, ирәйеп йәшәр мәлендә кешелекле, оло йөрәкле, туған йәнле әтейебеҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең өсөн генә түгел, бар ауыл халҡы өсөн дә абруйлы, намыҫлы, яҡшы кеше ине. Ышаныслы тормош иптәше, балаларына ныҡлы терәк, ейән-ейәнсәренең яратҡан олатайҙары булды. Балаларым, ейән-ейәнсәрем тип яратып, иркәләп, ҡайтыуыбыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтөп, оҙатҡан саҡта, хәйерле юлдар теләп ҡала торған ине... Киң күңелле, ярҙамсыл, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, тормошҡа ҡыуанып йәшәгән, йортобоҙҙоң йәме ине. Беҙ уны бик ныҡ һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, изгелеген, хәстәрлеген бер ҡасан да онотмаҫбыҙ.
Әтейебеҙҙе һуңғы юлға хөрмәтләп оҙатышҡан, беҙҙең ауыр ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған туғандарыбыҙға, күршеләбеҙгә, дуҫтарыбыҙға, классташтарыбыҙға һәм барлыҡ ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Яҡыныбыҙҙы күреп-белеүселәр, ҡәҙерлебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алһындар ине.
Мәрхүмебеҙҙең урындары йәннәттә булып, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине.
Ниңә көтмәгәндә китеп барҙың,
Унда барып була һуңлап та.
Барып була, әммә ҡайтып булмай
Бөтөнләйгә түгел, һорап та...
Ҡайғыларҙы нисек кисерергә
Йөрәк урталайға ярылғас?
Онотоп та булмай, ҡайтарып та,
Хоҙай ҡулдарына алынғас.
Баҡыйлыҡҡа киткән яҡындарҙы,
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалдырып,
Тешебеҙҙе ҡыҫып, сабыр булып,
Тик йәшәргә ҡала һағынып...
Мәрхүмдең тормош иптәше Тәскирә, улы Рәсил, ҡыҙы Ләйсән, кейәүе Рәил, ейәне Асҡар, ейәнсәре Әҙилә.