Ил һағына юлланған яҡын туғаныбыҙ - Ардиванов Илсур Илдус улы яу яланында батырҙарса һәләк булды.
Оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмаһа ла, уның иҫәнлегенә өмөтләнгән инек, ҡыҙғанысҡа, ҡайғылы хәбәр беҙҙе лә урап үтмәне.
Көҙ көнө әнәһе яҡты донъяларҙан китеп барҙы, бына инде Илсур үҙе лә арабыҙҙан мәңгелеккә китте.
Илсур шул тиклем игелекле, ярҙамсыл, кешелекле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихтирамлы булды. Ул бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне, гел ауыҙы йырыҡ булды, шул тиклем эшһөйәр, тырыш булды.
Беҙ туғаныбыҙҙың тормош иптәше Әлфиәнең, ҡыҙы Виленаның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларға ошо оло ҡайғыны йырып сығырлыҡ сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Мөләйем, аласаҡ, ярҙамсыл, йөҙөнән йылмайыу китмәгән туғаныбыҙҙы онотмаҫбыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең хәтеребеҙҙә булыр.
Мәрхүмдең абзыһы Азат, еңгәһе Ләйсән һәм уларҙың балалары.