Яныбыҙҙа булмаһа ла, уның исеме, уның изге эшмәкәрлеге, уның тапҡыр һүҙҙәре, һәр саҡ йылмайған йөҙө, һөйләгән көләмәстәре беҙҙең хәтерҙә мәңге һакланыр. Иң ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға килгән райондың барлыҡ халҡына, район һәм ҡала йәмәғәт ойошмаларына, элек бергә эшләгән дуҫтарына, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, классташтарына, туғандарына, күрше райондарҙан, өлкәләрҙән килгән дуҫтарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Иң оло рәхмәтебеҙ район хаҡимиәтенә - яҡыныбыҙҙы ҙур митинг яһап, бик ҡәҙерләп, ололап оҙаттылар һуңғы юлға. Фәнир Саҙретдин улының ятҡан урыны тыныс, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттең түрендә булһын.
Барлыҡ яҡындары, балалары, ейәнсәрҙәре, бүләсәләре, туғандары исеменән тормош иптәше Тамара Малбаева.