Атайым Насретдин Хәлилов тирә-яҡҡа даны таралған кеше ине. Шиғырҙар яҙҙы, "Ильич юлы" гәзитенең урындағы хәбәрсеһе лә булды. Әнәйебеҙ Тәкмиләгә 1942 йылда Харьков янында яраланып ҡайтҡас өйләнгән дә ҡабат яуға киткән. 1944 йылдың декабрендә, контузия алғас, кире әйләнеп ҡайтҡан. Өлгөлө ғаилә булдылар. Барлығы ун ике балаға ғүмер биргәндәр. Атайыбыҙ һуғыш яраларына түҙә алмай 49 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Балаларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу әнәйебеҙ иңенә төштө.
Әнәйебеҙҙең һуғыштан һуңғы йылдарҙа бер үҙе шул хәтле баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуы үҙе батырлыҡ. Беренсе Кинйә ауылының Герой әсәһе булып балаларының ғына түгел, ауылдаштарының да иҫендә һаҡлана әле.
Азат ХӘЛИЛОВ
Күмертау ҡалаһы
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттә баҫылды.