Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Март , 14:23

Шәп дуҫым бар ине...

Иршат Исмәғиловҡа 72 йәш тулыр ине

Шәп дуҫым бар ине...
Шәп дуҫым бар ине...

Күмертауҙа йәшәгән осорҙа (1977-1990) Иршат Исмәғилов исемле бик шәп дуҫым бар ине. Ул Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы егете. Милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, спорт мастеры, ҡурайҙа шәп уйнай, үҙешмәкәр артист, башҡорт рухы урғылып торған шәхес. Тормош иптәше Динара Ғәзиз ҡыҙы Искужина менән ҡыҙҙары Гүзәл, Ильмира, Диананы бик тә матур, етеш доньяла үҫтерә инеләр. Иршат арыу ғына күтәрелгән эшҡыуар булды. Иң мөһиме - Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы егеттәрен туплап, Ермолаеволағы спорт залында күнекмәләр үткәрҙе.
Бөгөн башҡорттоң ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр, телһөйәр улы Иршат Ибраһим улы Исмәғиловҡа 72 йәш тулыр ине. Ҡыҙғаныс, бөгөн Иршат батыр һымаҡтар һирәгәйә, уларҙы хәстәрләү, күтәреү юҡ хәлендә.
Тимер НИӘТШИН
Илкәнәй ауылы
Был туралағы хаттың тулы варианты йома көндө гәзиттә сығасаҡ.

Автор:
Читайте нас