Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Март , 17:51

Атай, бөгөн һине төштә күрҙем

Быйыл ҡәҙерле атайым, олатайыбыҙ Илһам Фрил улы БИКБАЕВтың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып яҡты донъяларҙан китеүенә 8 йыл була

Атай, бөгөн һине төштә күрҙем
Атай, бөгөн һине төштә күрҙем
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры ҡала. Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, тар ҡәберҙәре киң, йәне йәннәттең түрендә булһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нур булып,
Беҙҙең йөрәктәрҙең түрендә.
Атай, бөгөн һине төштә күрҙем,
Ҡыҙым, тиеп, миңә өндәштең
Ғүмеремдә тәүге тапҡыр шул мәл,
Күҙҙәреңә ҡарап һөйләштем.
Ышанмайым,һинме был,түгелме,
Ҡулдарыңды ҡат-ҡат һыйпаным.
Көлә-көлә ниҙер һөйләһәң дә,
Үҙең бит һин өнһөҙ һыҡтаның.
Әйткән инең:ныҡ бул әле, ҡыҙым,
Бирешмә һин аҫау елдәргә.
Үпкәләмә,терәк була алмай,
Инеп киттем ҡара гүрҙәргә.
Өндәшмәйем, тик һин генә һөйлә,
Ғүмер буйы һүҙең һаҡлармын.
Мин атлармын ажғыр бурандарға
Ҡулдарыңдың тойоп йылыһын.
Мәрхүмдең ҡыҙы Эльвина, ейән-ейәнсәрҙәре Иҙел, Аяз, Эльнара, Камилла.
Автор:
Читайте нас