Хәтер
22 Мая , 08:38

Фәнир ағайҙы һағынып...

Район мәҙәниәт һарайында Фәнир Малбаевтың хәтер кисәһе үтте

Фәнир ағайҙы һағынып...Фәнир ағайҙы һағынып...
Фәнир ағайҙы һағынып...

Ф. Малбаев премияһы (ағай үҙе китеп барғас та) булдырыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашҡан беҙҙең иң шәп, дәртле кешеләргә тапшырылды бөгөн был премия. Ундайҙар дүртәү икән, икеһе йәш, икеһе оло йәштә. Премияның тәүге лауреаттары Яҡшымбәттән Айбулат Кинйәкәйев, Илкәнәйҙән Айҙар Мөхәмәтшин һәм Яңы Таймаҫтан Раил Араптанов менән Яҡшымбәттән Азат Ғәлиевтар булдылар. Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
Шулай уҡ хәтер кисәһендә ағайыбыҙҙың "Күптән инде әйтер хистәрем бар" тип аталған, төрлө йылдарҙа, төрлө темаға яҙылған шиғырҙары ингән, фотолар менән дә матур итеп биҙәлгән, яңы ғына сыҡҡан шиғри йыйынтыҡтар китабының исем туйы булды.
Ғөмүмән, Фәнир ағайыбыҙҙы бөгөн йылы хәтирәләр менән иҫкә алдылар, башҡарған эштәре, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләнеләр, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр...
- Ғүмерҙә лә Фәнир Саҙретдин улы тураһында сәхнәнән үткән заманда һөйләп торормон тип уйламаған инем. Мин уны бәләкәй саҡтан белдем, һәр саҡ көләс, дәртле, шат күңелле булды. Тормошто ныҡ яратты ул, - тине район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова уның хаҡында.
- Өндәшмәй, бер кемгә лә әйтмәй салғыһын тота ла мәсет тирәһен сәба ла китә ине. Һуңынан мәсеткә инеп: “Ну-ка, сәй ҡуйығыҙ әле”, - тиер ине, - тип иҫкә алды Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов Фәнир Малбаевты.
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас