Все новости
Хаттар
17 Ноября 2016, 18:54

ЯРҘАМ БУЛЫР

Урта Бабалар ауылына боролоп кергән ерҙә күпергә тиклем 1,5 км оҙонлоғондағы юлды күтәртер кәрәк ине.

Урта Бабалар ауылына боролоп кергән ерҙә күпергә тиклем 1,5 км оҙонлоғондағы юлды күтәртер кәрәк ине. Бер йылы саҡ ҡына күтәрттеләр, аҙ ғына ҡырсыны бар. Һайлау алдынан район хакимиәте башлығы исеменә ошо проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорап хат яҙҙыҡ. Яуапты һайлау үткәс алдыҡ, хатты үҙебеҙҙең ауыл советы хакимиәтенә биргәндәр. Силсәүит башлығы Ю.И. Сынбулатов «эшләйем» ти ҙә ул, техникаһы юҡ. Ә бына 500 м оҙонлоғондағы һыу торбаларын яңыртыуы өсөн Юнир Ирек улына ҙур рәхмәтлебеҙ. Техника табып, моғайын, юлды ла төҙөкләндерер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Юғиһә, ауылыбыҙға бер ярҙам да юҡ, райондың бөтә ауылдары тип әйтерлек газ яғып ултырғанда беҙ уныһынан да мәхрүм.

Хәсән СӘҒИТОВ, Урта Бабалар ауылы старостаһы

Редакциянан: Силсәүит башлығы газ үткәреүен үткәрә алмай, әммә юлды күтәртергә биргән вәғәҙәһен, моғайын, үтәр, тип, уның менән телефон аша бәйләнешкә сыҡтыҡ.

Юнир Ирек улы СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы:

– Күмертауҙағы «Транспортник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Александр Кузнецов: «Яңы Юл – Абдул юлын эшләп бөтөп тапшырғас, ярҙам итәм», - ти. Урта Бабалар юлын быйыл өлгөрмәһәк, киләһе йыл күтәртербеҙ, тибеҙ. Был йәмғиәт Яңы Юлда Мәктәп урамы, Яҙлауҙа Бикти урамы юлдарын йүнәтте. Әлбиттә, һуңғыһында бер тапҡыр ғына күтәртелде, өҫтө мәте, йөрөүе ҡыйын. Яҙға тағы ла ҡырсын түшәрбеҙ.

Читайте нас: