Все новости
Хаттар
22 Ноября 2016, 01:06

ЯРАЙ ӘЛЕ УЛАР БАР

Беҙҙең Кинйәабыҙ ауылы районда иң төпкөл ауылдарҙың береһе булып иҫәпләнә.

Беҙҙең Кинйәабыҙ ауылы районда иң төпкөл ауылдарҙың береһе булып иҫәпләнә. 2012 йылда ауылда күп йылдар фельдшер булып эшләүсе Фәнүзә Бакирова хаҡлы ялға сығып, күсеп китеү сәбәпле, ауылыбыҙҙың фельдшер-акушер пункты ябылыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалды. Ә инде был эштә эшләргә теләге булған медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ауылға килергә ризалашманы. 13 км алыҫлыҡта ятҡан Свобода дауаханаһына йөрөргә мөмкинлек юҡ, бигерәк тә, пенсионерҙарға был ҡыйынлыҡтарға дусар булырға тура килде. Шул ваҡыт Свобода хакимиәтенә күрше ауылда эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итте. Беҙҙең шатлыҡҡа, Түкән бүлексәһендә эшләүсе Кәфиә Дмитриенко, Тимербай бүлексәһендә эшләүсе Мәғәфиә Рамаҙанова беҙгә лә йөрөп эшләргә үҙ ризалыҡтарын белдерҙеләр. Уларҙың икеһе лә ҙур тәжрибәле, стажлы медицина хеҙмәткәрҙәре. Мәғәфиә Рамаҙанованың 30 йылдан ашыу стажы булһа, Кәфиә Дмитриенконың 37 йылдан да артығыраҡ стажы иҫәпләнә. Медиктар аҙнаһына бер мәртәбә дарыуҙар алып киләләр, бөтә ауырыуҙарҙы ентекләп тикшереп, үҙҙәренең килергә мөмкинлектәре булмағандарҙың өйөнә барып, бик ҙур ярҙамдарын күрһәтеп китәләр. Ә инде уларҙы «Ашығыс ярҙам» машинаһында эшләүсе Рим Ниғмәтуллин һәр саҡ үҙ ваҡытында алып килеп еткерә. Рим оҫта шофер, медицина машинаһында ғына 14 йыл эшләгән. Ул бер ваҡытта ла һауа торошоноң насар булыуына ҡарап тормайынса, елдертеп алып та килә. Беҙҙең Кинйәабыҙ ауылы халҡы аҡ халатлы фәрештәләребеҙгә — Кәфиә Дмитриенко менән Мәғәфиә Рамаҙановаға, шулай уҡ уларҙы йөрөтөүсе водитель Рим Ниғмәтуллинға ҙур ҡәнәғәтлек менән рәхмәттәрен белдерәләр. Артабан да уларҙың йөрөр юлдары гел генә уң, ә эшләгән эштәре шундай уҡ изге булып торһон!


Читайте нас: