-6 °С
Снег
Районыбыҙҙа үткән «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» республика фольклор фестивалендә «Юшатыр» гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булдым. Миңә ышанып үҙҙәренең бүләген тапшырғандары өсөн «Юшатыр» гәзитенә, һәр яҡлап мине ҡеүәтләп торған райондағы «Аҡбуҙат» фольклоры етәксеһе Йәмилә Рамаҙановаға, шулай уҡ районыбыҙҙа булдырылған Кинйә Арыҫланов исемендәге премияһын тапшырған һәм «Байыҡ» республика телевизион конкурсында ҡатнашыу өсөн беренселәрҙән булып ярҙам күрһәткән «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар теләйем.